Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Октябрь 2023, 12:15

ТАЛАНТЛЫЛАР - ИЖАД ҮҘӘГЕНДӘ

Халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә һәр төрлө түңәрәктәр (йыр, бейеү, театр, ҡумыҙ, ҡурай һ.б) эшләй, ҡул эштәре буйынса (етәксеһе—“Ете ҡыҙ”, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге алып барыусы Миңзәлә Ғәйнуллина) оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ғөмүмән, бында олоһо ла, кесеһе лә үҙенә кәрәкле, файҙалы шөғөл таба ала. Килегеҙ, күрегеҙ, ижад үҙәгенә йөрөгөҙ!

ТАЛАНТЛЫЛАР - ИЖАД ҮҘӘГЕНДӘ
ТАЛАНТЛЫЛАР - ИЖАД ҮҘӘГЕНДӘ

Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге—бөгөн күптәрҙең яратҡан урыны. Бында буш ваҡытты файҙалы һәм
күңелле итеп үткәрергә мөмкин. Үҙәктә һәр төрлө ансамблдәр, түңәрәктәр эшләй, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.
Йәше лә, олоһо ла тупланған коллектив менән 2011 йылдан Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова етәкселек итә. Урта һәм өлкән йәштәгеләр тәжрибәһе, һәр эште урынына еткереп, теүәл
башҡарыуы менән маҡтауға лайыҡ булһа, йәш белгестәрҙең заманса эшләй белеүе, отҡорлоғо, сослоғо үҙәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим.
—Теләһә ҡайһы мәлдә лә коллективҡа таянырға, ышанырға була. Бөгөн бөтә нәмә интернет аша эшләнә. Сайтты алып барырға, төрлө сараларға Пушкин картаһы менән йәшелкенсәкте йәлеп итергә кәрәк. Бында, әлбиттә, йәш белгестәрҙең заманса, яңыса ҡарашы бик кәрәк. Ололарыбыҙ ҙа һыр бирмәй. Үҙҙәре етәкләгән ансамблдәрҙе, түңәрәктәрҙе бик матур алып бара. Беҙҙә “Миләш”, “Йәнгүҙәй”, “Яугүл”, “Мироколица” ансамблдәре электән
эшләп килә, уларҙың ҡалала ғына түгел, республикала үҙ йөҙө бар. Әйткәндәй, ветерандар хоры (етәксеһе Нина Давыдова) ойошторолоуға ноябрь айында 40 йыл тула. Уны билдәләргә ниәтләйбеҙ. Оло йәштәге коллегаларыбыҙ спорттан да ситләшмәй. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырып, 10 меңлек сертификатҡа эйә булды.
Әүҙемлектәре менән һоҡландыралар. Хатта беҙҙе лә әйҙүкләп, спортҡа ылыҡтыралар, бассейнға саҡыралар,—ти Халыҡ ижады һәм ял үҙәге директоры Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы.
Ысынлап та, үҙәктә төрлө быуын вәкилдәре килешеп, татыу эшләй. Әйткәндәй, коллектив һәр йыл 1 октябрь—Ололар көнөндә өлкән йәштәге коллегаларына мул сәй табыны әҙерләй, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыра. Быйыл да үҙ традицияларынан ситләшмәнеләр. Шулай уҡ улар үҙ яҡындарын да онотмай. Мәҫәлән, күркәм дата уңайынан, үҙәк
хеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүсе ата-әсәләренә,
ҡартатай-өләсәйҙәренә, ҡайны-ҡәйнәләренә “Атайсал” гәзите яҙҙырҙы. Иҫтәлекле һәм шәп бүләкте яҡындары 2024 йылдың тәүге айҙарында алып ҡыуанасаҡ. Ҡәҙерле кешеләренә матбуғат баҫмаһы бүләк иткән коллективҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ!Артабан да хеҙмәттәшлек итергә яҙһын!
Һүҙ аҙағында йәнә шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә һәр төрлө түңәрәктәр (йыр, бейеү, театр, ҡумыҙ, ҡурай һ.б) эшләй, ҡул эштәре буйынса (етәксеһе—“Ете ҡыҙ”, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге алып барыусы Миңзәлә Ғәйнуллина) оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ғөмүмән, бында олоһо ла, кесеһе лә үҙенә кәрәкле, файҙалы шөғөл таба
ала. Килегеҙ, күрегеҙ, ижад үҙәгенә йөрөгөҙ!

Автор:Резеда Валиева