Мәҙәниәт
13 Октября 2023, 15:10

ЙЫЛАЙЫР ТАЛАНТТАРЫ КОНЦЕРТҠА САҠЫРА

"Беҙ бергә. Йылайырҙар" тип аталған концерттан ситтә ҡалмағыҙ. Йылайырҙан булмаһағыҙ ҙа! Сөнки килгән килемгә һалдаттарыбыҙға кәрәкле әйбер алынасаҡ. Әйҙәгеҙ, үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!

Добавить в предпочтительные источники Google
ЙЫЛАЙЫР ТАЛАНТТАРЫ КОНЦЕРТҠА САҠЫРАЙЫЛАЙЫР ТАЛАНТТАРЫ КОНЦЕРТҠА САҠЫРА
ЙЫЛАЙЫР ТАЛАНТТАРЫ КОНЦЕРТҠА САҠЫРА

17 октябрҙә 19.00 сәғәттә “Башҡортостан” Дәүләт Концерт залында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт) махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән, Хәйриә концерты уҙғарыла. Сараны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ сыҡты.
Концертта ҡатнашасаҡ: Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова, Эльмира Юлдашева, Марсель Сәйетов, Флера Шәрипова, Юлай Ҡасимов, Венера Юлгилдина, Әлфиә Ғәлләмова һәм Йылайыр районының һәүәҫкәр артистары.
Концерттан йыйылған килем һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр алыуға йүнәлтеләсәк.
Билеттарҙы ДКЗ кассаһында һәм онлайн https://iframeab-pre1991.intickets.ru/seance/14117974/#abiframe һылтанмаһы аша һатып ала алаһығыҙ.
Концертҡа рәхим итегеҙ! Яҡташтарыбыҙға ярҙам итәйек!
Программала:
16.30 – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалыу (Совет майҙаны).
17.00 – Йылайыр районы студенттары менән осрашыу (ДКЗ-ның кесе залы)
18.00 – Йылайыр деликатестарынан ауыҙ итеү һәм һатыу.
– Республика һәм район баҫмаларына яҙылыу.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас