

Егеттәр икеһе лә, төп эштә коллега булыуҙарынан тыш, Сибай сәнғәт колледжы студенттары ла. Фәиз флейта йүнәлешендә икенсе курста уҡыһа, Азамат хореография бүлегенең һуңғы курсында белем ала. Ике бейеүсе лә баш ҡаланың Р.Ғарипов исемендәге гимназияла уҡығанда Әнүәр Шафиҡов етәкселегендәге бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Шулай уҡ егеттәр быйыл икеһе лә өйләнгән.
-Бейеү-минең өсөн бөтәһе лә!--ти Фәиз, быйыл беренсе тапҡыр репетитор булараҡ, көсөн һынап ҡарап.-Бейергә атайым Зәкир Үҙәнбаев мәрхүм өйрәтте. Ул ғүмере буйы балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрҙө, төрлө ансамблдәрҙе етәкләне. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында хореографиянан уҡытты. Өс улы ла бейеүгә ғашиҡбыҙ. Ғөмүмән, мин үҙемде сәхнәнән тыш күҙ алдына килтерә алмайым. Музыкаль инструменттарҙа уйнайым, йыр яҙам, көй сығарам, йырлайым.
Азамат Тажетдинов Учалы районының Наурыз ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе крәҫтиән-фермер хужалығы тота, нәҫелендә бейеүселәр юҡ. Азамат үҙе торғаны менән талант, ул ансамблдә бейеп кенә ҡалмай, ҙур юбилей концертына кордебалет өсөн художестволы композиция һалған.
ДАУАМЫ 3-сө биттә.
Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин әйтеүенсә, яңы миҙгелде асыу концертында сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын бик күп яңылыҡтар көтә.
-Концертты ни өсөн ҙур тип атаныҡ, сөнки ул, ысынлап та, ҙур булмаҡсы. Йыр-моңға сарсаусылар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, талантлы йырсы, бейеүселәр ҡатнашлығындағы иң яҡшы һәм сағыу сығыштарҙы тыңлай, ҡарай ала. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин етәкләгән легендар «Сибай» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарына тағы өр-яңы ике бейеү өҫтәлде. Береһен “Урал аръяғы мираҫы” тип аталғанын, үрҙә әйтеүебеҙсә, Фәиз Үҙәнбаев ҡуйһа, икенсеһе-татар бейеүен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин һалды. Ике бейеүгә лә өр-яңы кейем тектерҙек,--тине Юнир Мөнир улы, барыһын да концерт ҡарарға саҡырып.-Румил Ярасбаев еткәләгән халыҡ инструменттары оркестры төрлө жанрҙағы музыка һәм көйҙәр менән таң ҡалдырасаҡ. Концертта оркестрҙың репертуары менән танышырһығыҙ, темпераментын күрерһегеҙ. Виртуоз-музыканттар, ысын профессионалдар һеҙгә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтер, улар ҡулында музыка инструменттарының терелеүен һәм яңы сиктәр асылыуын тойорһоғоҙ.
Концерт программаһының режиссеры--Башҡортостандың атҡаҙан артисы Сулпан Асҡарова. Юбилей концерты Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни һәм музыкаль сараһы булырына шик юҡ. Әйткәндәй, тап ошо прграмма менән октябрь айы башында Өфөлә уҙасаҡ филармониялар фестивалендә сығыш яһаясаҡбыҙ.
Дөйөм яңылыҡтарға килгәндә, быйыл ғына концерт-театр берекмәһе коллективы 15 артист менән тулыланған. Махсус хәрби операцияға киткән йырсы, бейеүсе ир-егеттәрҙе башлыса йәштәр алмаштырған.
Ошо көндәрҙә “Сулпан” театрында Наил Ғәйетбаевтың “Ике һайыҫҡан” спектакле премьераһы сәхнәгә сыҡҡан. Был пьеса ла сентябрь аҙағында баш ҡалала уҙғасаҡ фестивалдә ҡатнаша.
Ике ижади бригада сентябрь урталарында күсмә концерттар менән Урал аръяғы райондары буйлап йөрөп сыҡҡан.
-Планға ярашлы эшләйбеҙ, беҙ йылына 505 сара уҙғарырға тейешбеҙ. Шуның 180 тирәһен берекмәнең “Сулпан” балалар театры әҙерләһә, ҡалғанын филармония ҡуя. Пушкин картаһы менән эшләү буйынса республикала өсөнсө урынды биләйбеҙ,--тип эшмәкәрлектәре хаҡында ла һөйләне Юнир Мөнир улы.-Йәй мәлендә федераль һабантуйҙарҙа ҡатнаштыҡ. Санкт-Петербург, Ханты-манси автономлы округтары ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәр беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Өс йыл элек Ҡаҙағстан менән меморандум килешеүе төҙөнөк. Уға ярашлы өсөнсө йыл рәттән мосолман ҡәрҙәштәр алдында сығыш яһаныҡ. Быйыл Ҡустанай ҡалаһына барҙыҡ.
Оҙаҡламай ҡурайсы Айнур Әминев яңғыҙ концерты менән республика ҡалалары буйлап гастролгә сыға. Яңы миҙгелдә йырсы Зәбирә Әминева яңғыҙ концерт әҙерләргә иҫәп тота. Ижади коллектив 5 бригадаға бүленеп яңы йыл иртәлектәре әҙерләй. Ҡанташ иртәлек уҙғарыусы 3 бригада урында балаларға күңел асыу саралары тәҡдим итһә, тик башҡорт һәм тик рус телендә генә тамаша ҡуйған ике бригада күсмә иртәлектәр уҙғара.