+30 °С
Болотло


Юлдыбай ауылы янында, саф һауала, Сонтоғаш тауы янында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә матур сара үтте. Уны сығыштары менән Йылайыр районынан булған аҫыл ҡыҙҙар Гөлсөм Бикбулатова һәм Эльмира Юлдашева инициативаһы буйынса ойошторҙолар.
Сәләмләү һүҙе менән район башлығы Борис Мелкоедов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. Әйткәндәй, Зариф Закир улы сара барышында махсус операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыға сәғәт бүләк итте.
Концертҡа килеүсе билдәле йырсыларҙың сығышын ҡарап ҡыуанды, Фәрит Бикбулатов хаҡында матур, йылы һүҙҙәр ишетте, йырҙарын, үҙен юҡһынып моңланды.