Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2022, 08:50

БАЛАЛАР ТЕАТРҘЫ ЯРАТА

Сибай ҡалаһының сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә тәрбиәләнеүселәрҙе тамашаларға саҡырҙылар.

БАЛАЛАР ТЕАТРҘЫ ЯРАТА
БАЛАЛАР ТЕАТРҘЫ ЯРАТА

Театр—мөғжизәле донъя! Балалар өсөн ҡуйылған спектаклдәр бәләкәстәрҙе матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәп кенә ҡалмай, ә тәрбиәләй ҙә.

Уҙған аҙнала А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры коллективы Сибай ҡалаһының сәләмәтлек-тәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә тәрбиәләнеүселәрҙе тамашаға саҡырып ҡыуандырҙы. Малайҙар А.Хайт, Б.Савельев әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Леопольдтың тыуған көнө” исемле әкиәт-мюзиклды ҙур кинәнес менән ҡараны. Тамаша барышында ике сысҡан гел генә бесәйгә насарлыҡ ҡылырға тырышып төрлө хәйлә табып ҡына торҙо. Ләкин киң күңелле мыраубай уларҙы һәр ваҡыт дуҫ йәшәргә саҡырҙы, мәкерле уй менән янып йәшәгән сысҡандарға үпкәләмәне, ә киреһенсә уларға гел яҡшылыҡ менән яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә, дуҫлыҡ еңде! Һәм дуҫтар бергәләшеп Леопольдтың тыуған көнөн билдәләне. Йыр-бейеү менән үрелеп барған спектакль балаларға бик тә оҡшаны.
Шул уҡ аҙнала беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ тағы ла бер тамаша ҡарау бәхетенә эйә булды. Был юлы малайҙар Сибай концерт-театр берләшмәһенең “Сулпан” балалар дәүләт театры актерҙары М.Супонин әҫәре буйынса әҙерләгән “Бука—зыянлы ҡуян” спектакль-уйынының премьераһын ҡарап һөйөндө. Актерҙар менән берлектә ҡурсаҡтарҙың сәхнәлә хәрәкәтләнеүе, һөйләшеүе, тамаша залында ултырған балалар менән уйнап китеүе—үҙе бер онотмаҫлыҡ тамаша булды. Бәләкәстәр үҙҙәрен ысын әкиәт илендә кеүек хис итте. Спектакль башында үҙен тыңлауһыҙ, тиҫкәре итеп күрһәткән ҡуян балаһы Бука, күп һынауҙар үткәндән һуң яҡшы ҡуянға әүрелә. Бында уға юлында осраған дуҫтары—Тейенкәй, Айыуҡай һәм Төлкөбикә ярҙамға килә. Йыр-уйынға ҡоролған күңелле спектакль шулай уҡ балаларҙың күңеленә хуш килде.
Оло мәрхәмәтлек күрһәтеп беҙҙең үҙәктә ял итеүсе балаларҙы үҙҙәренең бай эстәлекле тамашаларына саҡырыуҙары өсөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры директоры
И.Р.Әбдрәшитовҡа, Сибай дәүләт концерт-театр берләшмәһенең директор вазифаһын башҡарыусы Ю.М.Кәлимуллинға, һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршылаусы администратор-
ҙарға, матур тамашалар сәхнәләштереүсе режиссерҙар-ға, үҙҙәренең ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарыусы актерҙарға, рәссамдарға, музыка белгестәренә һәм башҡа театр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шатланып-ҡанатланып ижад итеүегеҙҙе, бәләкәстәрҙе яңынан-яңы тамашалар менән һөйөндөрөп тороуығыҙҙы теләп ҡалабыҙ.

Альбина Ҡоҙашева, тәрбиәсе.

Автор:Резеда Валиева