Ир-егет өсөн был ғүмер арауығы күп тә түгел, аҙ ҙа түгел. Эшләнгән эштәрҙе барлар, уңыштарҙы йыйыр өсөн уңайлы осор. Йырсының ғүмере бик сағыу, йәшләй генә Сибай филармонияһында эш башлап, һаман да уның сәхнәһенә, яратҡан тамашасыларына, берҙәм коллективына тоғро ҡалыуы маҡтауға лайыҡ. Йөрәге түренән ағылған сихри моңон бер кем менән бутау мөмкин түгел, ижадта уның үҙ юлы, үҙ һуҡмағы бар. Башҡорт халҡы уны боронғо, заманса йырҙарҙы еренә еткереп йырлауы өсөн үҙ итһә, рус, сит ил авторҙарының йырҙарын башҡарыуы уны тағы ла бер башҡа юғары күтәрә, сәмләнеп эшләүгә яңы мөмкинлектәр аса. Сибайҙар һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары унан драматик баритон булараҡ тағы ла бик күп аһәңле, күңелгә ятышлы, яңы йырҙар көтә. Йырсы ғына түгел, йырҙар ижад итеүе менән дә ул күптәргә үрнәк. Ҡалала уҙғарылған күп кенә мәҙәни сараларҙы алып барыусы булараҡ та абруй яулаған. Рөстәм Хәсәнов башҡарған патриотик йырҙар һәр кемдең күңеленә үтеп инә, ватансалыҡ тойғоһо уята, баштарҙы ғорур күтәртә.
Йыр-моң һәр саҡ юлдаш булһын, башҡаларҙы ла уға сорналтып, кәйеф-дәрт өҫтәп, йәшәүгә йәм биреп йырлағыҙ ҙа йырлағыҙ! Донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!