АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ноябрь 2022, 09:40

ҒӘЛИӘХМӘТТӘ КЛУБ БУЛАСАҠ!

Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында үткән йыл янғын сығып, клубһыҙ ҡалғайнылар...

ҒӘЛИӘХМӘТТӘ КЛУБ БУЛАСАҠ!
ҒӘЛИӘХМӘТТӘ КЛУБ БУЛАСАҠ!

Тиҙҙән улар клублы буласаҡ. Был хаҡта улар социаль селтәрҙә түбәндәгеләрҙе яҙа:


Әлеге ваҡытта Ғәлиәхмәт мәктәбе бинаһының бер өлөшөн клуб учреждениеһы һәм ауыл китапханаһы итеп эшләү өсөн ремонт эштәре бара.
Клуб мәсьәләһен былай хәл итеү юлын, йәй аҙағында, ауыл активының район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән осрашыу барышында хәл ителде. Бындай ҡарар - мәсьәләне оҙаҡҡа ҡалдырмайынса, бөгөнгө көндәге булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып эшләү өсөн, иң ҡулай ысул тип табылды.
Нимәләр эшләнәсәк?
- 50 урынлыҡ тамашалар һәм халыҡ йыйылыштары өсөн зал,
- Китапхана
- Административ бүлмә, примерочная.
- Мәктәп һәм клуб өсөн уртаҡ фойе,
- гардероб
- заманса инеү урыны, бина алдында брусчаткалы майҙансыҡ.
- Шулай уҡ, клуб яңы кәрәкле әйберҙәр һәм йыһаздар менән тулыланасаҡ.

❗Үткән йыл янғында юҡҡа сыҡҡан клуб киләһе йылда емертеләсәк.

✅Уның биләмәһендә спорт һәм ял майҙансығы киңәйтеп эшләнәсәк һәм унда киләһе объекттар буласаҡ:
- Йәйге клуб (ябыҡ сәхнә). #ППМИ-2022 буйынса тормошҡа ашырыла (сәхнә эшләнгән, быйыл ҡуйыласаҡ) (проект авторы һәм эшләүсеһе - Билалов Рәмил)
- бейеү майҙансығы,
- тамашасылар өсөн урындар,
- Балалар майҙансығы (иҫкеләре ремонтланасаҡ, яңы элементтар ҡуйыласаҡ).
- Волейбол майҙансығы,
- мини футбол майҙансығы,
- ял итеү өсөн эскәмйәләр,

Автор:Резеда Валиева