+4 °С
Болотло
Сибай филармонияһының үҙенсәлеге шунда - бер ҡасан да баҙап ҡалмайҙар! Күтәренке рухта әрмегә киттеләр! Башҡортостанды ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе һоҡландырҙылар беҙҙең яугирҙар! Тиҙ арала хеҙмәткә киткән йәштәр урынына бейеүҙәргә яңы бейеүселәр ҡуйылды. Һынатманылар, афариндар! Полигондагыларға тура эфир ойошторолоу тамашаға ҙур мәғәнә өҫтәне. Залда ултырған яҡташтары, сәхнәлә бейегән ата-әсәләре, ҡатындары, дуҫтары - үҙҙәрен берҙәм ғәилә итеп тойҙо. Күҙ йәштәре аша "Шайморатов" йырын резервист егеттәребеҙ менән йырлау иң тетрәндергес мәл булды.... "Имен ҡайтығыҙ!" - тип теләктәр теләнеләр залда ултырғандар.
👍Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарова.