Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2022, 14:30

МИРАС ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ

Конкурста ул «Аҡһаҡ ҡола» эпосын башҡарған. 

МИРАС ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ
МИРАС ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ

Алтай Республикаһында «Ата-бабалар васыят иткән мираҫ» эпик сәнғәт һәм традицион ғөрөф-ғәҙәттәр этномәҙәни форумы тамамланды. Сара сиктәрендә «Сәсәндәр ҡоролтайы» халыҡ-ара фестиваль-конкурсы уҙҙы.

Башҡортостандан конкурста Баймаҡ районының Ғүмәр ауылы егете  Мирас Үҙәнбаев ҡатнашты. Ул быйыл Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр сәсәндәр конкурс-фестивалендә Гран-при яулаған ине. Конкурста ул «Аҡһаҡ ҡола» эпосын башҡарып, юғары баһаға лайыҡ булған. Уны бәйгегә Сибай ҡалаһынан сәсәниә Асия Ғәйнуллина әҙерләгән. Әйткәндәй, 2020 йылда был конкурста ҡатнашып, егет «Башҡорт эпосын башҡарыу оҫталығы өсөн» махсус призын алған.

22 йәшлек Мирас Үҙәнбаев - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу кафедраһында башҡорт музыкаһы факультетының 2-се курс студенты. Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары ҡурай, думбыра һәм ҡумыҙҙа уйнай. Халыҡ йырҙарын, эстрада йырҙарын башҡара, шулай уҡ өзләй. Халыҡ риүәйәттәрен, ҡобайырҙарын, эпостарын башҡарыу һәм тикшереү менән шөғөлләнә. Бер нисә тапҡыр бөтә Рәсәй, республика, зона, район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.

«Ата-бабалар васыят иткән мираҫ» форумы төбәк-ара мәҙәни хеҙмәттәшлекте, Рәсәй халыҡтарының ижади ҡеүәтен үҫтереү, этник-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу маҡсатында уҙғарыла. Конкурс программаһы ике көн дауамында барҙы. Унда Башҡортостан, Алтай, Ҡалмыҡстан, Удмуртия, Хакасия, Саха (Яҡут), Алтай крайы һәм Новосибирск ҡалаһы сәсәндәре ҡатнашҡан.

Афарин, Мирас! Исемең есемеңә тап килеп, халҡыбыҙҙың мираҫын бар донъяға танытыуыңды дауам ит!

Фото: vk.com/id196446674 

Автор:Карима Усманова
Автор: