АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 09:05

Ат, сергетыш ҡайһы ҡурайсының өлөшөнә төшөр?

Элек - электән башҡорттоң тоғро дуҫы атын, ат өҫтөндәге эйәр - йүгәнен биҙәүгә ҙур иғтибар бүленгән. Сергетыш – башҡорт милләтенә хас ҡаралты: Серге өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау, йәки төҫлө буҫтау менән тышланған тар юрған, түшәк.

Бөгөн Хәйбулла районда башланасаҡ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһенең еңеүсеһен төп бүләк - ат көтә. Бына шул атҡа Хәйбулланың оҫта ҡуллы уңғанбикәләре стилләштерелгән сергетыш әҙерләгән. Ҡурайсылар бәйгеһенең Гала-концерты иртәгә - 17 сентябрҙә Ял һәм мәҙәниәт паркында 15.00 сәғәттә башлана.

ҡурай бәйгеһенең гала-концертына бараһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева