АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2022, 18:30

ҠАЙТ, ҠОТОМ...

Ғәйниямал Хөсәйенова ҡот ҡойоу һәм өшкөрөү тәртибен өйрәтә.

Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!
Ерҙән осһаң – ерҙән кил!
Һыуҙан осһаң – һыуҙан кил!
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

“ Баланың ҡото осһа, балаға ҡот ҡойҙорор кәрәк. Башҡорт халҡы элек-электән ҡот ҡойоу йолаһына ышанған һәм был ғөрөф-ғәҙәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән. Был йола шулай итеп бөгөнгө көнгә лә килеп еткән.

Ҡот ул йәндең тыныслығы, йөрәктең һау-сәләмәт булыуы. Ныҡ итеп ҡурҡҡан кешенең ҡото, ҡобараһы осҡан тиҙәр. Ҡот йөрәк кәртәһен йыртып сығып осоп китә. Бала булһынмы, оломо – ҡото осҡан кеше тыныслығын юғалта, юҡтан ғына тертләй, ҡурҡа, шөбһәләнә башлай. Ҡотто кире саҡырып ҡайтармаһаң, ул кеше ауырыуға һабышасаҡ.

Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе Ғәйниямал Хөсәйенова ҡот ҡойоу һәм өшкөрөү тәртибен өйрәтте, уны видеоға төшөрөп алдыҡ.

 

Әлиә Дауытбаева, китапханасы.

Автор:Резеда Валиева