АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Сентябрь 2022, 09:47

Өҙә баҫа беҙҙең Мораҙым!

Яҡташыбыҙ, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егете Мораҙым Әлибаев баш ҡаланың Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль составына балет артисы итеп эшкә алынған. Ул быйыл ғына Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография колледжын тамамлаған.

83-сө ижад миҙгелендә ансамблгә Мораҙымдан башҡа тағы 4 балет артисы - Иҙелбаҡова Юлиә, Коротчева Елизавета, Хәсәнов Даниил, Кисаров Александр өҫтәлгән.
Ҡыҙҙар-егеттәр бөтәһе лә һөнәри белемле һәм ҡаты һайлау аша үткән. Ансамблгә һайлап алыу критерийҙары йылдан йыл үҙгәрмәй - профессиональ әҙерлек, артистизм, тышҡы ҡиәфәт, маҡсатҡа ынтылыш, хеҙмәтте һөйөү һәм әлбиттә, ныҡлы сәләмәтлек.
Йәштәргә еңел булмаған сағыу эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:гульдар кадаева