АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Август 2022, 13:40

Экспедиция дауамлы булһын

Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары Рәмил Париж улы Туйсин башланғысында ойошторолған тарихи-мәҙәни экспедиция Баймаҡ ҡалаһында, Буранбай, Икенсе Этҡол, Түбәнге Нуғай (Яйыҡбай) ауылдарында булды. Ижади төркөм сәфәр барышында Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә ойошторолған Ҡурай музейында булды, Буранбай сәсән менән Алдар Иҫәкәевтың һәйкәлдәре эргәһендә халҡыбыҙҙың тарихи йырҙарын башҡарҙы. Баяс суҡыһы түбәһендә “Баяс” йырының тарихын өйрәнде. Бер туған Рауил, Рәмил, Рәил Хәсәновтар ижади төркөмдө йыр тарихы менән таныштырҙы, көйөн уйнап ишеттерҙе.

Экспедиция дауамлы булһын
Экспедиция дауамлы булһын

Тормош дауам итһен, күсәгилешлек булһын өсөн ошо ябай ҡағиҙәне үтәү фарыз. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аманатты – ижад гәүһәрҙәрен сәнғәт кимәленә күтәреп сәхнәгә сығарыу өсөн тыуған ерҙең, туған халҡыңдың патриоты булыу ҙа ҙур мәғәнәгә эйә. Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары Рәмил Париж улы Туйсин башланғысында ойошторолған тарихи-мәҙәни экспедиция Баймаҡ ҡалаһында, Буранбай, Икенсе Этҡол, Түбәнге Нуғай (Яйыҡбай) ауылдарында булды. Ижади төркөм сәфәр барышында Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә ойошторолған Ҡурай музейында булды, Буранбай сәсән менән Алдар Иҫәкәевтың һәйкәлдәре эргәһендә халҡыбыҙҙың тарихи йырҙарын башҡарҙы. Баяс суҡыһы түбәһендә “Баяс” йырының тарихын өйрәнде. Бер туған Рауил, Рәмил, Рәил Хәсәновтар ижади төркөмдө йыр тарихы менән таныштырҙы, көйөн уйнап ишеттерҙе.
Мөһим башланғыс дауамлы булыуына өмөт итәйек. Экспедицияның эше тураһында тулы видеоматериалдар монтажланып, бер бөтөн мәғәнәгә эйә булғас, сайтыбыҙҙа урын аласаҡ.

  • Мәғлүмәт һәм фото Сибай концерт-театр берекмәһе төркөмөнән алынды.
Экспедиция дауамлы булһын
Экспедиция дауамлы булһын
Экспедиция дауамлы булһын
Автор:Гульдар Кадаева