АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август 2022, 17:40

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәне мәҙәниәт һәм ял паркы үҙенең 40 йыллығын билдәләй

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы үҙенең 40 йыллығын билдәләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә ул сибайҙарҙың ғына түгел, ҡала ҡунаҡтарының да яратҡан ял итеү урынына әүерелгән. Паркка балалар ҙа, өлкәндәр ҙә төрлө аттракциондарҙа йөрөргә, ҡалала берҙән-бер генә булған күҙәтеү ҡуласаһында әйләнеп, тирә-яҡты өҫтән ҡарау өсөн ашҡынып килә. Йәй көнө бында бигерәк матур: аллы-гөллө сәскәләр үҫә, йәшеллек күҙҙең яуын ала. Төрлө байрам саралары, халыҡ уйындары, концерттар гөрләп үтеп тора. Ҡыш иһә бында каток туңдырыла, саңғы юлы һалына, тюбинг майҙансығы ла барлыҡҡа килә.

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәне мәҙәниәт һәм ял паркы үҙенең 40 йыллығын билдәләй
Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәне мәҙәниәт һәм ял паркы үҙенең 40 йыллығын билдәләй

Иң мөһиме: мәҙәниәт һәм ял паркы “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта бында йәйелдерелгән эштәрҙең өсөнсө этабы тамамланыуға бара.
1961 йылда барлыҡҡа килгән йәмәғәт урыны күптән яңыртыуҙы талап итә ине. Хәҙер бында йәше лә, ҡарты рәхәтләнеп ял итә ала.
Йәш, булдыҡлы директор Илгиз Әхмәтшин еәкләгән мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәрҙен парктың барлыҡҡа килеүенә 40 йыл тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ! Эштәрендә уңыштар, ҡалалаштар мәнфәғәтенә киләсәктә лә арыу-талыу белмәй эшләүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева