АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июль 2022, 20:05

Ҡотло үтте "Ер ҡото"!

Әбйәлил районының Айғырбатҡан яланында Башҡортостанда тәүге тапҡыр уҙған республика этномәҙәни фольклор фестивалендә 50-гә яҡын халыҡ дауалаусыһы, имләүсе ҡатнашты.

Ҡотло үтте "Ер ҡото"!
Ҡотло үтте "Ер ҡото"!

Әбйәлил районында Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусыларының "Ер ҡото" республика этномәҙәни фольклор фестивале үтте. Сарала ҡатнашыусылар ошо райондың Әлмөхәмәт ауылында булды. Улар Ханнан хәҙрәт ҡәберенә зыярат ҡылды, ауыл мәсетендә булып, артабан шифалы Әмин ҡыуаҡ шишмәһенә барҙы. Этнойыйын Баймаҡтың Манһыр ауылы мәсете (Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейына яҡын) эргәһендәге майҙанда дауам итә.

Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, "халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмер буйы оҙата килә. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө, беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан быуынға тапшырырға кәрәк. Халыҡ дауалаусыларынан тыш, табиптарҙы, психологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырҙыҡ".

Ысынлап та, "Ер ҡото" республика этномәҙәни фестивалендә республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенән, Татарстандан килгән ҡунаҡтар - халыҡ имләүселәре бар. Сарала билдәле фольклорсы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның "Ҡот ҡайтарыу" тип аталған сығышы ваҡытында төрлө төбәктән килгән халыҡ дауалаусыларының һәм сарала ҡатнашыусыларҙың берлектә изге Ер-әсәнән ҡот һорап, теләктәр әйтелде.

Гөлнур Ҡолһарина бер төркөм милләт әсәләрен, ошо фестивалде үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Этнойыйында бер нисә майҙансыҡта халыҡ дауалаусылары кешеләрҙе ҡабул итте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте: кемдер боронғо ысул менән һылау алымдарын өйрәтһә, икенселәре ҡот ҡойҙо, бәғзеләре быуын ултыртты, имләне, өшкөрҙө. Ошонда уҡ боронғо йолаларға бәйле булған, шөғөл-кәсептәрҙе күрһәткән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, милли аш-һыу ризыҡтарынан торған бай күргәҙмә, һатыу нөктәләре эшләне.

Сибай ҡалаһынан килгән билдәле сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре үҙенең ағинәйҙәре менән берлектә балалар фольклоры буйынса "Әпсен-төпсөн" тип аталған фәһемле тамаша күрһәтте.

Әле этнойыйындың икенсе көнө Баймаҡ районында дауам итте. Билдәле халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың тыуған ауылы Манһырҙа был юлы Баймаҡ районының халыҡ дауалаусылары, имләүселәренең оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Сарала ҡатнашыусылар Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейында, мәсеттә булып, сара ҡорбан ашын ашыу менән тамамланды.

"Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале тураһында тулыраҡ яҙма менән гәзитебеҙҙең йома һанында таныша алаһығыҙ.

Кәримә Усманова.

Автор фотолары.

Ҡотло үтте "Ер ҡото"!
Ҡотло үтте "Ер ҡото"!
Автор:Гульдар Кадаева