АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июль 2022, 22:40

Йәшәһен гармун моңо!

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында Һаҡмар йылғаһы буйында бөгөн Урал аръяғының иң оҫта гармунсылары йыйылды. Ошо ауыл әүҙемсеһе Рәсих Әхмәтов башланғысы менән ойошторолған сара өс тиҫтәнән ашыу гармунсы ҡатнашты. Ете райондан килгән гармунсылар араһында хатта һигеҙ йәшлек балаларҙың булыуы ҡыуаныслы. Тимәк, был тирәлә гармун моңдары яңғыраясаҡ әле. 

Йәшәһен гармун моңо!
Йәшәһен гармун моңо!

Ата- әсәйҙәребеҙҙең йәшлек йылдарында гөрләп торған гармун моңдары һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында юғала бара ине. Был башланғысты традицион итеп, йыл һайын уҙғарыу ниәтен дә белдерҙе ойоштороусылар. Үҙе бәләкәй генә булһа ла, күңеле киң булған, моңдаш дуҫтарын берләштерәм тип йүгереп йөрөүсе Рәсих Әхмәт улы кеүек дәртле кешеләр күберәк булһын ине. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән ҡатнашыусыларға оло рәхмәт! Йәшәһен гармун моңо!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Мәғлүмәт һәм фото башлыҡ диуарынан.

Йәшәһен гармун моңо!
Йәшәһен гармун моңо!
Йәшәһен гармун моңо!
Йәшәһен гармун моңо!
Автор:Гульдар Кадаева