Мәҙәниәт
20 Мая 2022, 04:45

АКТРИСАНЫҢ КҮРКӘМ ЮБИЛЕЙЫ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитованың юбилейы айҡанлы сәхнәгә йәнә бер ҡат  “Башмағым” музыкаль комедияһы сыға. 25 майҙа театрға рәхим итегеҙ!

АКТРИСАНЫҢ КҮРКӘМ ЮБИЛЕЙЫАКТРИСАНЫҢ КҮРКӘМ ЮБИЛЕЙЫ
АКТРИСАНЫҢ КҮРКӘМ ЮБИЛЕЙЫ

Тәбиғәттең күкрәп сәскә атҡан, яҙ килеүен хәбәр итеп ер ҡуйынынан умырзаялар ҡалҡҡан матур мәлдә—30 апрелдә беҙҙең театр ҙур ваҡиға кисерҙе: Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы 65 йәшлек юбилейын билдәләне.
Башҡорт театры сәхнәһендә дүрт тиҫтә йылдан ашыу ижад иткән Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әдрәшитованы үҙ тамашасыларының тоғро ижадсыһы тип атау бик урынлы булыр. Бар ғүмерен сәнғәткә арнаған артистың бәхет сере ябай. «Сит илгә түгел, Сибайҙан да сыҡманым. Баш ҡалаға ла күп тапҡыр саҡырҙылар. Барманым. Илем—бер, ирем—бер, ике улым, әлхәмдүлилләһ, минең бар донъям—шул, ошолай дауам итһен»,—тип аңлата ул уны.
1979 йылда башҡорт кино сәнғәтендә тәүге ролен—Гөлбаныуҙы (“Бөртөкләп йыйыла алтын” фильмында) башҡарған йәш актриса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлау менән Сибай ҡалаһына юллана. Шулай итеп, 22 йәшлек актриса Башҡортостанда иң данлыҡлы театрҙың береһендә ижад юлын башлай. Оло быуын актерҙарының көслө мәктәбе, уларҙың йәш ижадсыларға ҡарата булған талаптары, маҡтау һүҙҙәре, бер аҙ тәнҡит—былар барыһы ла йәш актрисаны халыҡ артисткаһы кимәленә тиклем үҫтергән бәхетле миҙгелдәр. Күңелендә наҙ һәм мөхәббәт, зиһенендә аҡыл һәм хәстәрлек тыуҙырған, ярата һәм яраттыра белгән, уйланған, ғазапланған талантлы ижадсы бөгөн дә тамашасыларын яңынан-яңы образдар менән ҡыуандыра.
Нурзиә Әбдрәшитованың юбилейына арнап 25 майҙа А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында Т.Ғиззәттең "Башмағым" музыкаль комедияһы ҡуйыласаҡ.

Әҫәрҙең тарихы 1940 йылда уҡ башлана: билдәле драматург Тәжи Ғиззәт композитор Джәүҙәт Фәйзи менән берлектә Хәбибулла Ибраһимов әҫәренә нигеҙләнеп музыкаль комедия булдыра. Унда XX быуат башындағы патриархаль сауҙагәрҙәренең тормош-көнкүреше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре сағылдырылған. Геройҙар ҡиммәтле башмаҡтар юғалыуға бәйле төрлө комик хәлдәргә юлыға. Комедиялағы проблемалар хәҙерге көндә лә бик актуаль булыуы асыҡлана. Көнкүреш хәлдәре, геройҙарҙың характерҙары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре бик йәнле, үтә ҡыҙыҡлы итеп күрһәтелә.
Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, художестволы яҡтан биҙәүселәре— Рөстәм Баймөхәмәтов һәм Әлиә Байрамғолова, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе—Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре композитор Илшат Яхин, балетмейстер—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Пластик ҡуйыусы—Роберт Йылҡыбаев.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурзиә Әбдрәшитованың юбилейы айҡанлы сәхнәгә йәнә бер ҡат сығарыласаҡ “Башмағым” музыкаль комедияһы тамашасылар өсөн һис шикһеҙ ҙур бүләк булыр.

Ләйсән Ҡәйепҡолова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас