Тыуған ер
Тыуған ерем Йылайырым,
Ғәзиз ерем, матур ерем.
Унда йәшел урмандар,
Йәмгә күмеп тирә-йүнде,
Ауылды уратып алғандар.
Тәбиғәткә барҙы ниһәң,
Төрлө сәскәләр үҫә.
Тыуған ер, тыуған ер,
Кендек ҡаным тамған ер.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Башҡортомдоң баш йорто,
Баш йорто һәм йәм-ҡото,
Икһеҙ-сикһеҙ далалар,
Балҡып аға йылғалар.
Бейек-мәғрур тауҙар иле,
Атам-әсәм ере һин.
Тыуған илем, тыуған ерем,
Йәнгә һыймай һөйөүем,
Мәңге йырлар көйгөнәм,
Тыуған-үҫкән ергенәм.
Йәрмөхәмәтова Элина, 16 йәш,
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы.