Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2022, 14:30

Шиғри күстәнәс

Сибай ҡалаһының моделле йәштәр китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Рәсәй Президенты фондының мәҙәниәт инициативаһы сиктәрендә “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” исемле проект старт алды. Был проекттың төп маҡсаты--10 йәштән 20 йәшкә ҡәҙәр әҙәбиәткә ғашиҡ талантлы, һәләтле уҡыусы балаларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау һәм берләштереү. Проектың остаздары итеп “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай ҡалаһының яҙыусылар берлеге рәисе, драматург Әминә Миндеғол ҡыҙы Яхина, “Рәсәй газетаһы”ның Өфө филиалы редакторы Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ишбирҙина тәғәйенләнде. Уларға йәш ҡәләм тирбәләтеүселәрҙе һайлап алып, поэзия, проза, драматургия һәм журналистика серҙәрен өйрәтеү бурысы йөкмәтелде.

Шиғри күстәнәс
Шиғри күстәнәс

Проектта ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәһе булып “Бәхетле бала саҡ” китабы сыҡты. Ошо китапҡа ингән ижади эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Гульдар Кадаева