Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2022, 14:10

Бүләк

Сибай ҡалаһының моделле йәштәр китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты һәм Рәсәй Президенты фондының мәҙәниәт инициативаһы сиктәрендә “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” исемле проект старт алды. Был проекттың төп маҡсаты--10 йәштән 20 йәшкә ҡәҙәр әҙәбиәткә ғашиҡ талантлы, һәләтле уҡыусы балаларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау һәм берләштереү. Проектың остаздары итеп “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, Сибай ҡалаһының яҙыусылар берлеге рәисе, драматург Әминә Миндеғол ҡыҙы Яхина, “Рәсәй газетаһы”ның Өфө филиалы редакторы Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы Ишбирҙина тәғәйенләнде. Уларға йәш ҡәләм тирбәләтеүселәрҙе һайлап алып, поэзия, проза, драматургия һәм журналистика серҙәрен өйрәтеү бурысы йөкмәтелде. Проектта ҡатнашыусыларҙың эш һөҙөмтәһе булып “Бәхетле бала саҡ” китабы сыҡты. Ошо китапҡа ингән ижади эштәрҙе һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Бүләк
Бүләк

 Бүләк

 

                                               (Хикәйә)

 

       Тәүҙә алтын көҙ ине, шунан япраҡтар ҡойолоп бөткәс һороһо, шу-нан ҡараһы килде. Әдилә һаман да тәүге ҡар яуғанын көтә, ысын күң-елдән көтә, сөнки уның тыуған көнө ҡыштың тәүге көнөндә. Көн дә ир-тә менән йоҡонан торғас, күҙен дә асып өлгөрмәй, тышта берәй үҙгәр-еш юҡмы икән, тип, тәҙрә төбөнә йүгереп барып етә. Элеккесә, тимәк кескәй ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашырға уйламай ҙа, йыйынмай ҙа.

      Аҙаҡҡы аҙнала көндәр бигерәк һыуытты, һәм бар ауыл халҡы ҡыш етеүен тойомлап, йылы тундарын сығарҙылар. Әдиләнең дә әсәһе ҡы-шҡы кейемдәрҙе келәттән индерҙе.

     Бына Әдиләнең тыуған көнө лә килеп етте. Улар үҙҙәренең яҡын дуҫ-туғандарын бергәләп байрам итер өсөн, бер нисә көн алдан уҡ саҡ-ырып ҡуйғандар. Ҡыҙыҡайҙың әсәһе йәһәтләп табын өсөн ризыҡ әҙ-ерләй башланы. Әдилә уға ярҙамлашты, бушаған арала үҙенең өҫ-ба-шын ҡараны. Кис етеп көндөҙгө эштәр бөтөү менән ҡунаҡтар яйлап йыйыла ла башланы. Шат балалар тәмлекәстәр ашап, төрлө-төрлө уй-ындар уйнап туйғас, алып килгән бүләктәрен тапшыра башланылар. Шул арала Әдиләнең күҙ ҡарашы тәҙрә яғына төштө. Ҡараһа, ябал-аҡлап ҡар яуа. Ҡыш уға үҙенең бүләген шулай тапшыра ине. Әдилә ошо ваҡытта үҙен икеләтә бәхетле тойҙо.

 

                                                     Ҡыш

 

                                             (Һүрәтләмә)

 

     Ҡыш. Бер нисә ай элек иҫ киткес эҫе көндәр ине, хәҙер кинәнеп көт-кән һыуыҡ мәлдәр килеп тә етте. Ҡайһы берәүҙәргә ҡыш йән өшөткөс ваҡыт булһа ла, минең өсөн ул миҙгел тылсымлы, хыялдар тормошҡа ашыр осор.

     Кис еткәс күк йөҙөнә күҙ ташлаһаң, сикһеҙ Йыһан һанһыҙ йондоҙ-ҙар менән сыбарланған, ана шул сихри төпһөҙлөктән аҡ күбәләктәй ҡупшы, матур ҡар ябалаҡлап яуа. Ул мамыҡ һымаҡ килеп төшә лә, тылсымлы әкиәттәге зиннәтле ынйылар ише мең төҫтә ялтырай баш-лай. Ә иртән-иртүк, шунан көндөҙ, ары эңер төшкәнсе мәз килеп уйн-аған, шатланып көлгән балалар тауыштары бар ауыл урамдарында  яңғырап тора. Кескәйҙәрҙең уйнауына ата-әсәләре ысын күңелдән ҡы-уанып, һөйөнөп ҡарап торалар.

     Ҡыш миҙгеле һыуыҡ булһа ла, һәр кешене яҡты, йылы, нурлы кү-ңел тойғолары йылыта.

                                                                                                                  

 

                                      Минең дуҫтарым

 

                                       (Күңел түренән)

                                  

       Дуҫ — ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ауыр мәлдәрҙә ҡай-ғыңды таратыусы, йыуатыусы, күңелеңә иң яҡын кеше. Улар беҙҙең менән утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булырға тейештер. Бер ҙә уйлап тормайынса серҙәреңде, күңелеңдәге ауыр хәлдәреңде тыңлар кеше эргәңдә булыуы һәр беребеҙгә ҙур бәхет. Минең дә дуҫтарым бик күп, ләкин шуларҙың араһында иң-иң яҡындары бар. Уларҙың исеме – За-һиҙә һәм Альбина. Икеһе лә миңә һәр ваҡыт ауыр саҡтарҙа ҡул яр-ҙамы күрһәтергә әҙер генә торалар. Ҡыҫҡаса ғына уларҙың үҙҙәре ха-ҡында әйтеп китәйем. Заһиҙә иптәшем йондоҙнамәһе буйынса “Үл-сәү”. Беҙ уның менән бер көндә, бер йылда, бер балалар табыу йорт-онда тыуғанбыҙ. Беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға өс йыл. Заһиҙә әхирәтем ба-шҡорт бейеүҙәре менән арыуыҡтан шөғөлләнә, мауыға. Бынан башҡа ул спортты үҙ иткән, уҡыуҙа ла һынатмай. Үҙе бик һылыу, изге күңел-ле, аҡыллы ҡыҙ. Ә Альбина исемле әхирәтем менән мин бер ауылда йәшәйем. Ул изге күңелле, мөләйем йөҙлө, сибәр иптәшем. Альбина спорт менән шөғөлләнә, уҡыуҙа алдынғылар иҫәбендә, кластан тыш эштәрҙә лә теләп ҡатнаша. Беҙҙең дуҫлашыуыбыҙға ете ай тирәһе. Йыш күрешмәһәк тә, беҙ бер-беребеҙҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Дуҫтарым-дың ҡараштары минеке менән тап килеүе — оло ҡыуаныс. Ошо ике дуҫым йөрәк серҙәремде, донъяға ҡарашымды, көйөп-яныуҙарымды, күңелдәрендә һаҡлаусы, минең ҡыуаныстарҙы үҙ шатлығылай кисер-еүсе кешеләр. Һәр бер кешенең эргәһендә бик күп дуҫтар булһа ла, шуларҙың араһындағы бер нисәүһе генә иң-иңе булып сыға. Шул иң-иң дуҫтарыбыҙҙы ысын күңелдән һаҡларға, ҡәҙерләргә кәрәк, сөнки бындайҙар бик һирәк.

 

 

                                    Тыуған оя – тыуған ил

 

                                                  (Хикәйә)

 

       Ҡояш байып килә, күбәләктәр сәскәнән-сәскәгә ҡунып шатлана, үҙ-ара ниҙер серләшә, ә мин баҡсала түтәлдәргә һыу һибәм. Шул саҡ ҡолағыма “сип-сип, сип-сип... “- тигән тауыш ишетелде. Ҡайҙан килә был тауыш?

       Мин тиҙ генә алмағастар янына йүгереп барҙым. Ни күрәм, ерҙә бәләкәй генә турғай балаһы оса алмай ҡанаттары ҡайырылып ята. Ҡошсоҡто тиҙ генә йылы усыма алып өйгә алып индем. Өләсәйем минең ҡулыма ҡарап шаҡ ҡатты: “Балаҡайым, ниңә турғай балаһын өйгә алып индең, уның да бит тыуған ояһы бар бит!”  тине.

       Мин өләсәйемә хәлде аңлатып бирҙем. Икәүләп ҡошсоҡто бәләкәй йәшниккә һалдыҡ, алдына икмәк валсыҡтарын ҡуйҙыҡ. Шунан өләсәйем менән  сәй эсергә ултырҙыҡ.

  • Балаҡайым, - тип башланы өләсәйем һүҙен. - Ҡоштар һымаҡ

һәр кемдең тыуған ояһы, иле бар. Ниндәй ғәзиз һәм ҡәҙерле ул тыу-ған ер! Бында барыһы ла үҙеңдеке: һулаған һауаһы ла саф, ҡояшы ла нығыраҡ яҡтырта, иҫкән еле лә йылы, йомшаҡ. Ҡоштары ла бүтән ер-ҙәгенән моңлораҡ һайрай кеүек.
Күңелдәргә илһам биреп,
Ҡоштары һайрар ерем:
Алтын нурлы ҡояшҡайы
Ерҙе йылытҡан ерем.

Шулай тип һамаҡланы ла өләсәйем, тәҙрә төбөнә төбәлде. Мин дә

ҡапыл тәҙрәгә үрелеп ҡараным да шаҡ ҡаттым: унда  әле генә табып индергән  ҡош кеүек яп-яланғас өс турғай балаһы  һәм ҙурыраҡ бер ҡошсоҡ мәш киләләр.

       Инә ҡошсоҡ үҙенең бер балаһын эҙләйҙер, ул бәләкәстәрен осорға өйрәткән ваҡытта ҡолап төшкән инде, меҫкенкәй, тине өләсәйем.

       Тиҙҙән яралы ҡошсоҡ та, талпына башланы, беҙ уны   баҡсаға алып сыҡтыҡ, ул күп тә көттөрмәй талпынып осоп китте. Илдә сәпсек үлмәй, тигәндәре шулдыр инде. Бер нисә көндән баҡсаға дүрт балаһын эйәртеп, талпына – талпына инә турғай осоп килде, ” сыр- сыр “, - тип үҙ рәхмәтен еткерҙе, буғай.

       “Төймәләй генә йөрәгендә, тауҙай хисе бар ҡошсоҡ”, - тине өләсәйем.

       Эйе, кешеләр ҙә күктәрҙе иңләр өсөн тыуған ерҙә, тыуған өйҙә ҡанат нығыталар. Беҙ ҙә бит ҡасандыр бәләкәс кенә турғай балаһы кеүек беренсе класҡа уҡырға килгән инек. Хәҙер тыуған лицейыбыҙҙа республикаға кәрәкле кеше булыу өсөн ҡанат нығытабыҙ. Халыҡ шағиры Р.Бикбаев әйткәнсә: «Хәлhеҙ ҡошсоҡ инек, бөркөт булып таралырбыҙ әле Уралға».

Әлиә Юлғотлина, 14 йәш, гимназия-интернат.

Автор:Гульдар Кадаева