АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Апрель 2022, 11:20

Күҙҙең яуын ала

Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында апрель айы башынан “Балаҫҡа баҫылған орнамент” күргәҙмәһе эшләй. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған күргәҙмәгә Башҡортостан Республикаһының Милли һәм урындағы музейҙар коллекцияларындағы балаҫтар ҡуйылған.

Күҙҙең яуын ала
Күҙҙең яуын ала

Күргәҙмәләге ҡул эштәренең 23-сө республиканың төп мәҙәниәт усағынан килтерелһә, 9-ы үҙебеҙҙең музейҙыҡы. Стена балаҫтарын арҡыры балаҫ тип йөрөткәндәр. Йышыраҡ стенаға элер өсөн геометрик орнаментлы аҫалы балаҫ, келәм туҡығандар. Өбөрәһөҙ биҙәкле балаҫтарҙы айырыуса Урал алдында күп һуҡҡандар. Биҙәкте арҡау ептәр менән һалғандар. Был аҫалап һуғыуҙың бер варианты булып тора. Диагональ һыҙыҡтар киртләс-киртләс килеп сыҡҡан. Тура мөйөшлө ромб иң таралған мотив, күҙәнәктәр эсенә төшөрөлгән һәм куп тапҡырҙар ҡабатланған ромблы ҡыя селтәр иң популяр композиция булып торған. Ерлек булмаған саҡта орнамент мозаиканы хәтерләткән. Башҡа төрлө биҙәктәр ҙә файҙаланылған.

 

Ҡара ерлеккә сағыу сәскә биҙәк һуғылған балаҫтар ХХ быуатта ғына барлыҡҡа килгән. Эре рауза сәскәһе, еләк, тәлгәш, ботаҡ йәки башҡа биҙәктәр һалынған. Ҡайһы берҙә балаҫтың шыма туҡымаһын яҡтырып айырым йондоҙҙар һүрәтләнгән. Башҡорттарҙа балаҫ һуғыуҙың ҡайһы бер үҙенсәлектәре уның ҡаҙаҡ, Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш халыҡтары традициялары менән боронғо бәйләнештәре хаҡында һөйләй.
Башҡоростандың көньяҡ-көнсығыш райондарында балаҫтарҙы әле лә һуғалар. Бындағы башҡорт ауылдарында төрлө-төрлө биҙәкле балаҫтар күрергә мөмкин. Уларҙың ҡайһылары беҙҙең көндәрҙә генә һуғылған, ҡайһыларына тиҫтәләрсә йыл үткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Балаҫтар күргәҙмәһе 20 апрелгә ҡәҙәр дауам итә.

 

Автор:Гульдар Кадаева