АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 09:05

ЯҘҒЫ МОҢДАР КҮҢЕЛДӘРҘӘ

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов менән Баязит Байназаров концерт менән килә, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә күптәр, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, мәҙәниәт усағына ашыҡты. Оҙайлы ҡыштан һуң килгән йәмле яҙҙа рухи аҙыҡҡа һыуһаған, илаһи мәлдәр көҫәгән күңелдәр ысын мәғәнәһендә “йырсы” тип атарға хаҡлы булған моң эйәләренең ҡабатланмаҫ талантын тағы бер мәртәбә күреү һәм ишетеү мөкинлеген ҡулдан ысҡындыра буламы инде... Изге Рамаҙан айының сикләүҙәре лә тыя алманы уларҙы хатта.

ЯҘҒЫ МОҢДАР КҮҢЕЛДӘРҘӘ
ЯҘҒЫ МОҢДАР КҮҢЕЛДӘРҘӘ

Йыр-моң тулҡындарында тирбәлдек

Бөгөн халыҡ мәҙәниәттән алыҫлаша, концерт-фәләнгә йөрөмәй, тигән һүҙҙәр менән әллә ни килешмәйем. Ҡайҙа нисектер, ә бына беҙҙең Иҫке Сибай ауылы халҡы ысын таланттарҙың ҡәҙерен белә! Шулай булмай тағы, йырлы-моңло бит улар үҙҙәре лә – төбәгебеҙҙең даны һәм ғорурлығы булған Сибай сәсән үҙе ни тора! Йырсы, ҡурайсы, актер Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Баййегетовты кемдәр генә белмәй ҙә, кем генә хөрмәт итмәй... Ауылыбыҙҙағы таланттар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Телебеҙҙең ҡәҙерен белгән, рухи ҡиммәттәребеҙгә битараф булмаған, мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлаған ысын сәнғәткә ғашиҡ кешеләр төйәге ул ауылыбыҙ. Шуға ла халыҡ ынйылары булырҙай йырсы-бейеүселәр тәҡдим иткән тамашалар мәлендә иркен мәҙәниәт йорто тамашасылар менән тула.

Төбәгебеҙҙә генә түгел, тотош республикала билдәлелек яулаған йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов менән Баязит Байназаров концерт менән килә, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә күптәр, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, мәҙәниәт усағына ашыҡты. Оҙайлы ҡыштан һуң килгән йәмле яҙҙа рухи аҙыҡҡа һыуһаған, илаһи мәлдәр көҫәгән күңелдәр ысын мәғәнәһендә “йырсы” тип атарға хаҡлы булған моң эйәләренең ҡабатланмаҫ талантын тағы бер мәртәбә күреү һәм ишетеү мөкинлеген ҡулдан ысҡындыра буламы инде... Изге Рамаҙан айының сикләүҙәре лә тыя алманы уларҙы хатта.

“Яҙғы моңдар күңелдәрҙә” тип исемләнгән тамашала халыҡ, ысынлап та, рәхәтләнеп ял итте, һәр сығышҡа устары ярыла яҙғансы дәррәү ҡул сапты, башҡортомдоң сихри моңона сорналды. Концерттың ҡабул ителгән яһалмалыҡтарҙан азат булыуы, башҡарыусыларҙың ихласлығы, ябайлыҡтары, тамашасылар менән даими бәйләнеш тамашаға айырым төҫ бирҙе һәм уңыштың төп нигеҙе булып торғандыр ҙа. Тамаша ҡылыусылар йырсылар менән бергә бала саҡ иленә, ата-әсәләре янына, йәшлектәренә ҡайтып әйләнделәр, тормоштарындағы ҡыҙыҡлы  хәл-ваҡиғаларҙы иҫләп, татлы хәтирәләргә бирелделәр, Баязиттың дәртле ҡурай көйөнә һелкенеп тә алдылар... Ә ретро йырҙар ололарҙың йөрәген төбө-тамыры менән аҡтарҙы, күҙҙәрҙе ирекһеҙҙән килгән һағыш йәштәре менән тултырҙы... Бындай мәлдәрҙә бейеүсе ҡыҙ Юлиә Йәнтүринаның дәртле бейеүҙәре тамашасыны кире ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Уның бейеүҙәре генә түгел, тән һығылмалығы, нәзәҡәтле башҡарыу оҫталығы, сихри йылмайыуы һәр кемде әсир итте. “Мадам грация!” – тип атарлыҡ һәләтле бейеүсегә илһамлы ижад, сәнғәт күгендә яҡты һәм сағыу йондоҙ булып балҡыуын теләйбеҙ!

Шундай матур илаһи ял сәғәттәре бүләк иткән Сибай оҫталарына ауылдаштарым исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Тамаша залдарығыҙ һәр саҡ тулы булһын!

Мотал Рәмов.

Иҫке Сибай ауылы.

Автор:Резеда Валиева