Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2022, 08:30

Быуындар диалогы

Хәйбулла районының Бүребай мәктәбендә 2022 йыл--Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә педагогик династияларының икенсе район форумы уҙҙы.

Быуындар диалогы
Быуындар диалогы

“Быуындар бәйләнеше” тип аталған сарала үҙ ғүмерен белем биреүгә арнаған өс һәм унан артыҡ педагогтар быуынын үҫтергән Аҡбалиндар, Аллағоловтар, Вәхитовтар, Иҫәнтаевтар, Кәиповтар, Ҡоҙабаевтар, Миңлешевтар, Симоновтар, Таулыҡаевтар, Үзбәковтар, Хаббиндар, Хәсәновтар, Йәтимовтар нәҫелдәре ҡатнашты. Улар һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, үҙ оҫталығын, тәжрибәһен быуындан-быуынға тапшырып килеүҙәре менән төбәктә дан тота.

Автор:Гульдар Кадаева