АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2022, 17:05

Шундай шәп тамаша!

Әгәр һеҙҙең тарафтарҙа Ғәзим Ильясовтың концерты була тиһәләр, һис шикһеҙ барығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ!

Шундай шәп тамаша!
Шундай шәп тамаша!

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов “Миңә 55” исемле матур концерт ҡуйҙы. Сибайҙар йырсыны һағынған, уның йөрәктән сыҡҡан моңдары һәр кемде үҙенең тулҡынында тирбәлтте. Ғәзим Ильясов тыуған көнө уңайынан йылы һүҙҙәр, яҡты хәтирәләр менән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәковты иҫкә алды. Уның репертуарынан халыҡ йырҙарын башҡарҙы.

Артистың ижади төркөмөндәге һәр кемдең яҙмышы беҙҙең таусылар төйәгенә бәйле. Йәш йырсы Рәфис Ишбаев – яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы егет. Ҡурайсы Ильяс Кинйәғоловтың да оло сәнғәткә юлы Сибай театрынан башланған. Бөрйәндең талантлы баянсыһы Хәйҙәр Нәҙершиндың дәртле көйҙәренә күптәр ырғып тороп бейене. Синтезаторҙа уйнаусы, моңло тауышлы Айбулат Ишморатов та Сибайҙа белем алған. Алып барыусы Рәмзил Ниғмәтуллиндың һүҙгә маһирлығы, үҙенсәлекле тауышы таң ҡалдырҙы.

Ҡар баҫҡан Урал аръяғына килеп ихлас сығыштары менән һәр кемгә яҙ кәйефе өҫтәүсе артистарға ҙур рәхмәт!

Автор:Гульдар Кадаева