АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2022, 12:00

ҺӘЛӘТЛЕ АКТЕР

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының сағыу йондоҙо, маһир сәхнә оҫтаһы, биш тиҫтәнән ашыу йыл илаһи сәнғәт донъяһына арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Марсель Әмин улы Хоҙайғолов 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

ҺӘЛӘТЛЕ АКТЕР
ҺӘЛӘТЛЕ АКТЕР
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының сағыу йондоҙо, маһир сәхнә оҫтаһы, биш тиҫтәнән ашыу йыл илаһи сәнғәт донъяһына арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Марсель Әмин улы Хоҙайғолов 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Хоҙай бик аҙҙар өлөшөнә генә тейә торған талант тип исемләнгән оло ҡөҙрәте менән бүләкләгән Марсель Әмин улын. 1947 йылда күк Ирәндек буйындағы таланттар төбәге, алтын йыуыусы хеҙмәт батырҙары төйәге Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында Әмин Хәким улы һәм Әминә Ибраһим ҡыҙының өлгөлө ғаиләләрендә донъяға килә. Уның күңеле бәләкәй сағынан уҡ сәнғәт донъяһына тартыла, ул өҙҙөрөп гармунда уйнарға хыяллана. Бер аҙҙан уның яҡты хыялы тормошҡа аша: күрше Таһир ауылына ҡунаҡҡа барғанда йорт хужаларының рөхсәте менән бәләкәй тальян гармун алып ҡайта ул. Оло шатлыҡтан түбәһе күккә тейә. Бер аҙҙан ул мунсала йәшереп кенә гармун уйнарға өйрәнә. Уҡырға барғас, төрлө концерт-смотрҙарҙың, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай ул. Мәктәптә ойошторолған баянистар түңәрәгенең иң әүҙем ағзаһы була.
Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң йәш егет ғаиләһенә ярҙам итеү ниәтенән шахтаға эшкә урынлаша. Ниндәй ауыр хеҙмәт булһа ла, тос беләкле, эшсән үҫмер бирешмәй, сөнки ул бала сағынан уҡ эш күреп, эш һөйөп үҫә.
Ә тиҙҙән яҙмыш уны төҙөүселәр ҡалаһы--Сибайға алып килә. Марсель ағай Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайында эшләп килгән халыҡ театрында баянист булып эш башлай. Шунда ул беренсе һәм ғүмерлек мөхәббәте Рәмиләне осрата. Шунда ике йәш йөрәк араһында сихри һөйөү уты ҡабына һәм әле лә ул ут, тирә-яҡҡа йәм-нур сәсеп, бар ғаләмде һоҡландырып, дөрләп яна, ялҡынлана.
Йән һөйгәне янына ашҡынған йәш егет, Сибай театрының директоры Фидиәт Әсмәндийәровтың эшкә саҡырыуына ҡуш ҡуллап риза була һәм театрҙа спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәүсе булып ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуңынаныраҡ инде актер булараҡ та сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһай. Уның беренсе роле Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында--Аҡһаҡал роле була. Тәүге роле уңышлы була уның, тамашасылар ҙа мыҡты кәүҙәле йәш актерҙың уйынын яратып ҡабул итә. Артабан инде ролдәр артынан ролдәр... Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһында--Салауат, Николай Гоголдең “Өйләнеү”ендә--Степан, Дударевтың «Һуңғы аҙым»ында--Красовский, Мөхәмәтша Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда--Йәғәфәр, Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә--парторг, Наил Ғәйетбаевтың «Абау, кем ята унда?» әҫәрендә--Азат, «Ҡартаямы ни һуң йөрәк»ендә--Һағынбай, Рәлиф Кинйәбаевтың «Гүргә инер сер ине» спектаклендә--Рәшит, Таңсулпан Ғарипованың «Тәңкәле ҡыҙ»ында— Олобей, «Бәхеткә ҡасҡандар»ында--Ғазраил, Флорид Бүләковтың «Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар»ында--Ғәле, Данил Салиховтың «Ҡапсыҡтағы Мәғфиә»һендә--Закир, Л.Яҡшыбаеваның “Әүлиә” спектаклендә--Шафиҡ, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһында--Шәрәй мулла һәм башҡа бик күп ролдәр ижад итте ул. Уларҙың һәр ҡайһыһы актерға яҡын һәм ҡәҙерле.
1979 йылда яҙмыш Марсель Әмин улына иң бәхетле мәлдәренең береһен бүләк итә. Уны Мәскәүгә «Алтын атлы һыбайлы» кинофильмында Һолтанғол ролендә уйнарға саҡыралар. Күренекле сәнғәт оҫталары менән бергә эшләү актер өсөн, бер яҡтан оло бәхет, ҙур шатлыҡ булһа, икенсе яҡтан, ысын мәғәнәһендә, ижади сынығыу, үҙ көсөңдө һынау, оло тәжрибә туплау була. Был юлы ла Марсель Әмин улы һынатмай: үҙ образының холоҡ-фиғелен, характерын бөтә нескәлегендә тамашасы күңеленә еткереүгә өлгәшә ул.
Был ролдәрҙе ижад итеүҙә илһам биреүсе ғүмерлек юлдашының, иң яҡын кешеһе, терәк-таянысы Рәмилә Хоҙайғолованың ярҙамы ҙур була, әлбиттә. Ул Марсель ағайҙың тәүге хуплаусыһы ла, тәнҡитсеһе лә. Сәхнәлә генә түгел, өйҙә лә улар ижад менән бергә яна, бергә көйә. Илһам нурҙарын шулай уҡ һөйөклө балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өҫтәй, әлбиттә!
Актерлыҡ оҫтаһы юғары баһалана--Марсель Хоҙайғолов “Юғары үрҙәр яулаған өсөн” Почет билдәһенә лайыҡ була.
Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, яҙ ҡояшы күңелдәргә нур көлтәһе һипкән мәлдә хөрмәтле Марсель Әмин улын ихлас күңелдән юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, иң йылы, иң наҙлы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлығын, ғүмерҙәрҙең ҡояшҡа тиң оҙонон, шатлыҡтарҙьң мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ! Һәр бер теләге ҡабул булып, маҡсаттарына ирешеп, ялҡынланып эшләргә, һәр беребеҙгә кәңәш биреп, йәшәргә яҙһын!

Гөлсәсәк Тләүсина.
(Театр архивынан мәғлүмәттәр ҡулланылды).
Автор:Резеда Валиева