АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2022, 11:00

Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты

 Президент фондының мәҙәниәт инициативалары грант конкурсында еңеү яулаған "Урал аръяғы тауышы" шоу-проектының яңы миҙгеле быйыл ярышыусыларға ла, остаздарға ла, тамашасыларға бик күп сюрприздар әҙерләгән. Иң беренсе – төп приз 100 һумға еткерелгән! Бынан алдағы өс миҙгелдә лә ул 50 мең тәшкил иткәйне. Был юлы конкурс аҙағында иң яҡшы остаз да билдәләнәсәк. Әйткәндәй, остаздар составы ла яңырҙы: элеккеләрҙән Светлана Үтәйева ғына ҡалып, уға Зилиә Бәхтиева, Екатерина Ямщикова, Таһир Әсәҙуллиндар ҡушылды.

Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты
Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты

Сибайҙа “Урал аръяғы тауышы” шоу-пректының яңы миҙгеле башланды. Шоу проекттың ойоштороусылары -- Сибай ҡалаһы хакимиәте, мәҙәниәт идаралығы, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге.  

 Президент фондының мәҙәниәт инициативалары грант конкурсында еңеү яулаған сара быйыл ярышыусыларға ла, остаздарға ла, тамашасыларға бик күп сюрприздар әҙерләгән. Иң беренсе – төп приз 100 һумға еткерелгән! Бынан алдағы өс миҙгелдә лә ул 50 мең тәшкил иткәйне. Был юлы конкурс аҙағында иң яҡшы остаз да билдәләнәсәк. Әйткәндәй, остаздар составы ла яңырҙы: элеккеләрҙән Светлана Үтәйева ғына ҡалып, уға Зилиә Бәхтиева, Екатерина Ямщикова, Таһир Әсәҙуллиндар ҡушылды.

Кисә шоу-проекттың беренсе “һуҡыр тыңлауҙарында” остаздар 69 ҡатнашыусы араһынан 42 кешене һайлап алды. Улар туплаған командаһы менән бер айға яҡын эшләп, батлға әҙерләйәсәк.

--Миҙгел уңышлы ғына асылды. Бөтәһе 80-гә яҡын заявка ҡабул иттек, шуларҙың 70-кә яҡыны конкурста ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса конкурсты Сибай телевидениеһы, “Сәләм” каналы аша тура эфирҙан ҡарау мөмкинлеге тыуҙырылды. Шоу-проектты уңышлы килеп сыҡһын өсөн тырышыусы ижади төркөмгә ҙур рәхмәт! Ҙур эш атҡарҙыҡ. Ирекмәндәр ныҡ ярҙам итте. Алда беҙҙе тағы ҡыҙыҡлы сығыштар, батл, финал көтә, -- тине Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлгенә Теләүшина.

Быйыл ярышҡа йәштәр күп килгән. БДУ-ның Сибай институтынан да, сәнғәт колледжынан да ҡыҙҙар –егеттәр күп ҡатнашты. Өфөләр айырым әүҙемлек күрһәтте. Бәләбәй, Белорет, Учалы, Күгәрсен, Әбйәлил тарафтарынан кеше күп булды. Үҙебеҙҙең күршеләр – хәйбуллалар күмәк килгән. Баймаҡтар, йылайырҙар ҙа сығыш яһаны. Шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан, Магнитогорск ҡалаһынан ярышыусылар булды. Ҡатнашыусылар араһында БСТ каналы дикторынан алып, адвокатҡа ҡәҙәр йырсыларҙың сығыш яһауы таң ҡалдырҙы.

Сюрприздар бының менән генә бөтмәне: былтырғы миҙгел остазы – Вероника Озерцова Силәбе ҡалаһынан килеп сәхнәгә сыҡты. Ошондай тауышлы йырсы конкурсҡа килгәнме икән, тип бөтә остаздарҙа уға шундуҡ әйләнде. Алып барыусы Инна Пивоварова ла йырлап ебәрҙе. Алып барыусы Фәиз Үҙәнбаев өсөн дә шоу-проекттың яңы миҙгеле дебют булды.

Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты
Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты
Диктор ҙа, адвокат та йырлап ярышты
Автор:Гульдар Кадаева