Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Февраль 2022, 15:00

Үҙгәрештәр бар

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин менән осрашты. Осрашыуҙа "Ирәндек" музей-ҡурсаулығының эшен камиллаштырыу, Темәс ауылы тарихи биләмәһендәге 14 объектты мәҙәни мираҫ исемлегенә индереү мәсьәләләре ҡаралды.

Үҙгәрештәр бар
Үҙгәрештәр бар

Баймаҡ ҡалаһындағы "А.Ф. Кабанов йорто"ндағы тарихи бинала Башҡорт аты музейын булдырыу ҡарала. Ғилми хеҙмәткәрҙәр уның концепцияһын әҙерләй.

Был музей яңыртыласаҡ һәм майҙарын киңәйтәсәк. Уның нигеҙендә башҡорт аты музыйы булдырыласаҡ.

«Ирәндек» музей-ҡурсаулығында үҙгәрештәр бар. Рәмил Насретдинов етәкселегендә хәҙер Баймаҡ районында йәш белгес Венер Нәбиев эшләйәсәк. Кабановтар йортонда экспозициялар залы булдырыу, музей-ҡурсаулыҡтың биләмәләрен мониторинглау һәм экскурсиялар ойоштороу тап Венер Нәбиев иңендә.

Автор:Гульдар Кадаева