АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Февраль 2022, 22:10

БУРАНБАЙҘАРҘЫ КЕМ БЕЙЕРГӘ ӨЙРӘТКӘН?

Билдәле булыуынса, Буранбай ауылы йырсылары, ҡурайсылар, сәсәндәре, шағирҙары менән дан тота. Улар хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләүҙең дә кәрәге юҡтыр, сөнки улар бик ныҡ танылған. Әгәр ҡасандыр ошо йырлы-моңло төбәккә, Аралбаевтар ғаиләһенә Мерәҫ ауылынан Зарифа Закир ҡыҙы килен булып төшмәһә, буранбайҙар йырлап ҡына йәшәүен дауам итер ине әле… Ә килендәре уларҙы бейетә. Бөтә ауылды бейетеп тотҡан ул ниндәй уҫал килен тип уйлай күрмәгеҙ инде! Талантлы килен, бейеүсе килен бит ул!

БУРАНБАЙҘАРҘЫ КЕМ БЕЙЕРГӘ ӨЙРӘТКӘН?
БУРАНБАЙҘАРҘЫ КЕМ БЕЙЕРГӘ ӨЙРӘТКӘН?

Әгәр кеше үҙ һөнәрен яратмаһа, был өлкәлә бер ҡасан да уңышҡа өлгәшә алмайҙыр. Баймаҡ районы Буранбай ауылында йәшәүсе Зарифа Аралбаеваның ҡаҙаныштарына ҡарағанда уның шул тиклем үҙ эшенә бирелгәнен аңларға була. Һайлаған һөнәренә бар күңелен һалыуы, мөкиббән китеүе барса буранбайҙарҙы деү килтереп сәхнәгә сығарып бейетте. Ысын, ысын!
Билдәле булыуынса, Буранбай ауылы йырсылары, ҡурайсылар, сәсәндәре, шағирҙары менән дан тота. Улар хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләүҙең дә кәрәге юҡтыр, сөнки улар бик ныҡ танылған. Әгәр ҡасандыр ошо йырлы-моңло төбәккә, Аралбаевтар ғаиләһенә Мерәҫ ауылынан Зарифа Закир ҡыҙы килен булып төшмәһә, буранбайҙар йырлап ҡына йәшәүен дауам итер ине әле… Ә килендәре уларҙы бейетә. Бөтә ауылды бейетеп тотҡан ул ниндәй уҫал килен тип уйлай күрмәгеҙ инде! Талантлы килен, бейеүсе килен бит ул!
1992 йылда Буранбай ауылына килеп төпләнгәс тә йәш килен ауыл мәктәбендә бейеү түңәрәген асып ебәрә һәм уны “Еҙ үксә” тип атай. Мәктәптә нисә бала уҡый--барыһы ла ябырылып түңәрәккә яҙыла. Бер йыл эсендә төрлө-төрлө бейеүҙәр һалып, 1993 йылда район кимәлендәге конкурста уңыштар ҙа яулай башлайҙар. Ул ваҡытта Баймаҡ кәсепселек үҙәге директоры булған Вилүр Рәхимғолов йәш ансамблгә костюмдар менән ярҙам итә. Мәктәп директоры Сәғит Заһит улы Хәмитов белем усағында махсус зал булдырып яңылышмай. Йәш белгес уның өмөттәрен аҡлап, мәктәп данын яңы кимәлгә күтәрә. Райондың мәҙәниәт бүлеге иһә бейеү залын көҙгө, станоктар менән йыһазландыра. Шарттар булғанда, балалар атлығып торғанда ниңә эшләмәҫкә? Зарифа Закир ҡыҙы бар тырышлығын һала һәм ул етәкләгән ансамбль төбәк, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлгә сыға. Конкурстарҙа яулаған уңыштарын барлап яҙһаҡ, бында оҙон бер исемлек хасил булыр ине. Һуңғыларын ғына әйтеп үтәбеҙ: егеттәр “Тимербайҙың улдары” бейеүе менән Ҡазан ҡалаһында үткән Халыҡ-ара конкурста 3-сө урын яулай, Вилиә Ҡотоева 2020 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-при алыуға өлгәшә.
Бөгөнгө көндә Зарифа Аралбаева күрше Сыңғыҙ ауылында ла түңәрәк алып бара. Балалар аҙнаһына өс көн 2,5 сәғәттән шөғөлләнә. Бөтәһе ансамблгә 50-нән ашыу ҡыҙ һәм малай тупланған. Улар һәр милләт бейеүен сәхәнәгә сығара, заманса ла бейей. Бынан тыш, Зарифа Закир ҡыҙына ауылдың өлкәндәре лә мөрәжәғәт итә. Берәй сара булһа күмәкләшеп бейеү һала улар.
--Зарифа апай, айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була ти ҙә һөйләйҙәр, ысынлап та ғүмерҙә лә бейемәгән кешене бейергә өйрәтеп буламы?—тип һорамай булдыра алманым.
--Була! Тырышҡанда була, теләктәре, йөрәктәрендә дәрттәре генә булһын.
--Ә нисек уйлайһығыҙ, бейеү менән кешене тәрбиәләргә мөмкинме?
--Әлбиттә. Ҡыйыуһыҙ ғына килеп ингән малай-ҡыҙҙарҙың бейеү менән шөғөлләнә башлағас та ҡыйыулыҡтары арта, кәүҙәләре турая, баштары күтәрелә, күҙҙәре осҡонлана. Үҙҙәрен коллективта, сәхнәлә, кеше алдында тоторға өйрәнәләр, ышаныстары арта,--тип яуапланы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зарифа Аралбаева.
Был һүҙҙәргә һис шикләнмәнем. Беҙҙең әңгәмәләшкәнде күҙәтеп йән-яғымда торған йәштәргә ҡарау ҙа етте. Ғорурлыҡ та, саялыҡ та, һығылмалыҡ та, нескәлек тә, дәрт тә бөркөлә ине уларҙан. Ә күҙҙәре һуң?! Осҡон сәсә ине! Шулай булғас уйла ла ҡуй инде: еҙ үксәләр ут сәсрәтмәй буламы инде?
Зарифа Закир ҡыҙы Аралбаеваның иң ҙур уңышы—уның сығарылыш уҡыусылары. Учалы филармонияһында эшләүсе Азат Буранбаев—Башҡортостандаң атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль бейеүсеһе Хәбир Аралбаев—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ә бит уларҙың икеһе лә 35 йәшкә лә етмәгән йәш егеттәр! Йәш кенә килеш ошондай шөһрәткә өлгәшкәндәр икән, тимәк, Буранбай мәктәбендә алған нигеҙ ныҡлы булған. Ғорурланырлыҡ! Сибай концерт-театр берекмәһе бейеүсеһе Фәйрүзә Абыҙгилдина, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия педагогы, хореограф Гөлфинә Ҡунаҡҡолова ла Зарифа Аралбаеваның уҡысылары. Йәнә 5 уҡыусыһы Сибай сәнғәт колледжында белем ала. Ә башҡа тармаҡты һайлап та бөгөн дә бейеп йәшәүселәренең һаны-иҫәбе юҡ! Улар әле булһа “Еҙ үксә”не һағына, остаздарының хәлен белешеп тора.
Бейеүһеҙ бер генә көн дә йәшәй алмаған Зарифа Закир ҡыҙы Аралбаева етәкләгән “Еҙ үксә” ансамбленә быйыл 30 йыл тула. Тимәк, өс тиҫтә йыл инде буранбайҙар бейеп йәшәй. Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ансамблгә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Резеда Валиева