АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
21 Декабря 2021, 07:50

Сибай артистары сығыш яһаны

Сибай концерт –театр берекмәһе артистары ТатарстандыңҠазан ҡалаһында үткән төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” беренсе Халыҡ-ара эстрада фестивален асыу тантанаһында сығыш яһаны. Улар шулай уҡ ТүбәнгеКама ҡалаһында милләттәштәребеҙ менән осрашыу хөрмәтенә концерт ҡуйҙы.

Сибай артистары сығыш яһаныСибай артистары сығыш яһаны
Сибай артистары сығыш яһаны

Яҡынлашып килгән 2022 йылда Ҡазан төрки халыҡтарҙың “Көнсығыш баҙары” беренсеХалыҡ-ара эстрада фестиваленең майҙансығына әүерелә. Бында йыл башынан алып сентябрь айына ҡәҙәр ҡаланың төрлө биләмәләрендә төрки халыҡтарҙың эстрада мәҙәниәтен пропагандалаған концерт эшмәкәрлеге йәйелдереләсәк. Фестиваль тантаналы рәүештә асылды һәм унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, төрки илдәрҙән килгән рәсми вәкилдәр сығыш яһаны.

Сибай артистары фестивалдә Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Йырсыларҙан һәм музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙан торған ижади төркөм “Әйтсе ҡурайым” йырын оҫта итеп башҡарҙы. Рәмил Туйсин Сибай концерт-театр берекмәһе директорының ижад буйынса урынбаҫары


Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас