АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
19 Декабря 2021, 05:55

Үҙ нәҫелен данланы

Сибай медицина колледжының производство практикаһы мөдире Айгөл Уразгилдина “Педагогик династия”төбәк-ара конкурста Исламғоловтар нәҫеле исеменән сығыш яһап гран-приға өлгәште.

Үҙ нәҫелен данланыҮҙ нәҫелен данланы
Үҙ нәҫелен данланы

Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған сарала сығыш яһарға юҡҡа ғына йөрьәт итмәне. Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф алдынғыһы, юғары  категориялы уҡытыусы нәҫеленең дөйөм педагогик стажы 800 йылдан ашыу тәшкил иткән Исламғоловтар намыҫын яҡланы.

Иң арҙаҡлы уҡытыусыларының береһе Ғәфүрә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баймаҡ районы мәктәптәрендә балаларға белем биргән. Ул “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 60 йыллығы” юбилей миҙалы менән наградланған.

Икенсе инәйе Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙы Исламғолова хеҙмәт юлын 1957 йылда Баймаҡ районының Әхмәр ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлаған. Уның намыҫлы хеҙмәте РСФСР мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланған. Әлеге ваҡытта Ярат ауылында йәшәй. Хаҡлы ялда булһа ла ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. “Атайсал” гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 

Мәхмүзә Әфтәх ҡыҙының өлкән ҡыҙы Нәйлә Хәкимйән ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы. Баймаҡ районының Покровка мәктәбендә директор, урынбаҫар вазифаһын башҡарҙы. Дәрәжәләр биләһә лә математика уҡытыуҙан ситкә тайпылманы. Әлеге ваҡытта Сибай гимназия-интернатында математика фәненән балаларға һабаҡ бирә.

Нәйлә Хәкимйән ҡыҙының ҡыҙы Юлия Владимировна Исламғоловтар нәҫеленең иң йәш уҡытыусыһы. Ул Өфө мәктәптәренең береһендә башланғыс класс уҡытыусыһы. Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙының бер туған апайы Мәҙинә Нәҙерғолова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы маҡтаулы исемен йөрөтә. Ул Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусыһы-2001” республика конкурсында ҡатнашҡан.

Мәҙинә Нәҙерғолованың ҡыҙы Нурзилә Нәҙерғолова Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбитәте уҡытыусыһы-2018” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе. Әлеге ваҡытта ул Өфө лицейында башҡорт балаларына туған телдән дәрес бирә. Нәҙерғоловтарҙың улдары Илгиз Дәүләтгәрәй улы Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙан уҡыта. Бик күп республика һәм төбәк-ара конкурстар лауреаты.

--Конкурста сығыш яһау өсөн бүленгән ваҡыт нәҫелебеҙҙең барлыҡ уҡытыусылары хаҡында һөйләү өсөн бик аҙ булды. Зат-ырыуымдың шундай уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы булыуы менән сикһеҙ ғорурланам! Ярышҡа мине төрлө яҡлап әҙерләшергә ярҙам иткән колледж коллективына, туғандарыма рәхәтем сикһеҙ. Был беҙҙең дөйөм еңеү!—ти Айгөл Ғәйнетдин ҡыҙы, ҡыуанысын йәшермәй.

Мөғәлимәлекте быуындан-быуынға тапшырып, нәҫел ҡиммәттәренә хыянат итмәгән Исламғоловтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Эштәрегеҙ гел шулай уң, ыңғай барһын!

Люциә Ғәббәсова. 

Һүрәттә: Айгөл Уразгилдина ҡустыһы Илгиз Нәҙерғолов менән.



Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас