АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
9 Декабря 2021, 09:00

Төбәгебеҙҙең хозурлығы сағыла

Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә “Пленэр” күргәҙмәһе эшләй. Унда беҙҙең ҡаланан ғына түгел, тотош Урал аръяғы рәссамдарының һүрәттәре ҡуйылған. Күргәҙмәне беренсе булып сәнғәт колледжы студенттары һәм мәктәп уҡыусылары барып ҡараны.

Төбәгебеҙҙең хозурлығы сағылаТөбәгебеҙҙең хозурлығы сағыла
Төбәгебеҙҙең хозурлығы сағыла

Пленэр һүҙе француз теленән алынған, ул асыҡ һауа тип тәржемә ителә. Был термин картинала ҡояш нурҙарының тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен сағылдырған төҫтәр байлығы үҙгәрешен аңлата. Пейзаждарҙың төрлөлөгө таныш урындарҙы хәтерләтә. Ауылдағы өләсәйҙең өйө, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иткән урындар һүрәткә ысын итеп төшөрөлгән.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында һүрәттәре ҡуйылған сәнғәт колледжы, Сибай, Асҡар балалар һынлы сәнғәт, Баймаҡ сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары ҡатнашты. Дөйөм алғанда күргәҙмә залы был көндө гөрләп торҙо.
--Был күргәҙмә ижад кешеләрен, уларҙың эштәрен бер урынға тупларға ярҙам итә. Урал аръяғының тәбиғәте иҫ киткес матур бит ул. Шул мхозурлыҡты рәссамдар һүрәткә төшөрмәһә яҙыҡ булыр. Күргәҙмәгә ҡуйылған картиналар төрлөлөгө менән алдыра. Акварель, гуашь, майлы буяу менән төшөрөлгән һүрәттәр күп. Графика бик көслө. Был сара беҙгә камиллашыу өсөн кәрәк. Ижади үҫеш өсөн мөһим. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Николаев.

Күргәҙмә декабрь аҙағына ҡәҙәр эшләй. Бындағы ижади эштәр сәнғәткә битараф булмаған кешеләргә байрам кәйефе өҫтәй, күңелле ял минуттары бүләк итә.

 

 

Төбәгебеҙҙең хозурлығы сағыла
Төбәгебеҙҙең хозурлығы сағыла
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас