Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2021, 11:50

ТАУ АРТЫНДА НИҘӘР БАР?

Кеше тормошо эҙләнеүҙәргә ҡоролған. Уны тау артында нимә көтөүе һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, унда бәхеттер? Бер тауҙы артылғас, икенсеһен күрә, ә унан—тағы тауҙар… Аҙаҡ, юлында осраған бар тауҙарға ла күтәрелгәс, кеше тигеҙ офоҡҡа барып етә һәм аңлай: был ғүмер ахырыһы. Эйе, кеше тауҙар артыла икән, тимәк, ул йәшәй. Йәшәйештең мәғәнәһе лә шул йәшәү. Әллә ҡайҙан алыҫтан бәхет һәм һөйөү эҙләргә кәрәкмәй, ул һәр саҡ һинең яныңда...

ТАУ АРТЫНДА НИҘӘР БАР?
ТАУ АРТЫНДА НИҘӘР БАР?

Бәхетеңде ситтә эҙләмә – ул һинең яныңда!

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡыҙыу мәл – йәнә премьера әҙерләнә! 2-3 декабрь “Тау артында ниҙәр бар?” спектакле сәхнәгә сыға. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театры” проектына таянып ҡуйыла.

Был юлы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы А.Ю.Генатулиндың (псевдонимы -Талха Ғиниәтуллин) әҫәре һайланды. Әҙип һуғыш хаҡындағы әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулаған шәхес. Әҙәби тәнҡитселәр уның ижадын Василь Быков, Вячеслав Кондратьев, Юрий Бондарев ижадына тиңләй. Талха Ғиниәтуллин тәрән яҙмышлы кеше. Иртә етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, 17 йәшендә генә фронтҡа эләккән әҙиптең әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙа әсе дөрөҫлөк ярылып ята.

Уның “Тау артында ниҙәр бар?”, “Үзбәк”, “Кисеү”, һ.б. әҫәрҙәренә таянып Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.Ә.Ғәйетбай күптән түгел кеше һәм заман тураһында хикәйәтен яҙҙы. Уның асылы түбәндәгесә: кешенең ғүмере һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр менән үтә. Был тау артында ниҙәр бар икән, бәлки беҙҙең бәхет тә шундалыр, тигән һорауҙар йыш ҡына тыуып тора. Әммә бер тауҙы үткәс, артында тағы тау булғаны асыҡлана, уның артында – йәнә тауҙар... Ғүмер буйы шулай итеп эҙләнеп, нимәлер көтөп йөрөп, ғүмерҙең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Тик ошо мәлдә кеше шуны аңлап ҡала: шул эҙләнеүҙәр үҙе бер ғүмер булған икән. Йәшәү мәғәнәһе – ошо беҙҙең йәшәүебеҙ ҙә инде. Бәхетеңде ситтә эҙләмә – ул һинең яныңда!

Оло мәғәнәне үҙ эсенә алған был хикәйәтте сәхнәгә ҡуйыуға күптәр көс һалды. Театр директоры И.Р.Әбдрәшитов “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттарының мөмкинлектәре менән файҙаланып, үҙ эштәренең профессионалдарына мөрәжәғәт итте һәм ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы А.Ә.Нәҙерғолов етәкселегендәге ҙур художестволы-ҡуйыу төркөмө шул ыңғайы эш башланы. Режиссер ассистенты - В.Н.Ғилманов. Ҡуйыусы рәссам– Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Б.Яшкулов. Пластик яҡтан ҡуйыусы - Р.Ә.Йылҡыбаев, музыкаль яҡтан биҙәүселәр – А.Ә.Нәҙерғолов һәм Р.Ш.Әминев.

Спектакль оло йәштеге Тәлғәттең (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтов) үҙ тормошон һөйләүенә ҡоролған. Йәш Тәлғәтте драма артисы Морат Амантаев уйнай. Ролдәрҙә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин; артистар Салауат Вәлиев, Вадим Ғилманов, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Илгиз Әбдрәшитов, Резеда Сафиуллина, Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хәфизова, сәнғәт колледжы студенттары Артур Таджидинов, Ишморат Моратов. Яңыраҡ ҡына коллективҡа ҡушылған йәш актриса Яҙгөл Халисова өсөн был спектакль тәүге сынығыу буласаҡ. Уға уңыштар теләйбыҙ!

Барса Сибай халҡын һәм ҡунаҡтарын 2 һәм 3 декабрҙә театрға саҡырабыҙ.

Шулай уҡ 14-22 йәшлек йәштәрҙең иҫенә төшөрәбеҙ: Пушкин картаһының ваҡыты 20 декабрҙә сыға, шуға ҡулланып ҡалырға ашығығыҙ.

Г.Теләүсина, әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

 

Автор:Резеда Валиева