Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2021, 12:00

Йырҙары үлемһеҙ

Сибайҙа талантлы музыкант - баянсы, билдәле композитор Юлай Моратовтың Хәтер кисәһе һәм уның исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсының Гала - концерты үтте.

Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ

Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Буласаҡ композитор Сибай педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын, БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Юлай Моратовты төбәгебеҙҙә һәләтле уҡытыусы һәм күп балалы атай булараҡ беләләр. Хәләл ефете Айһылыу Солтан ҡыҙы менән 10 балаһына ла музыкаль белем биргәндәр. Сара барышында уларҙың күбеһе залда ултырыуы кисәгә мәртәбә өҫтәне.
67 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән композиторҙың исеме республиканың мәҙәни тормошонда спектаклдәргә көйҙәр ижад итеүсе һәм 200-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Уның йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин кеүек популяр йырсылар башҡара.
СНХ. Рәмил Туйсин жюри ағзаһы

Быйыл конкурста Мәскәү ҡалаһынан, Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 20 - нән ашыу композитор ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың күптәре йыраҡтан һәм оло быуын вәкилдәре булараҡ пандемия сәбәпле, был сарала ҡатнаша алманы. Уларҙың бүләктәре һәм дипломдары үҙ эйәләренә еткереләсәк. Шулай итеп 1-се урын -Әбйәлил районынан Сабитов Вәғиз һәм Салауат районынан Ғәйфуллина Альбина;

2 урынды - Сибай ҡалаһынан Гүзәл Баянова,Өфө ҡалаһынан Флёра Шәрипова, Сибай ҡалаһынан Мәмдүҙә Илбаҡова;

3 урынды - Учалы ҡалаһынан Элиза Ғәлимова, Учалы ҡалаһынан Марсель Нәжметдинов, Мәскәү ҡалаһынан Әлфиә Агеева , Ҡырмыҫҡалы районынан Динә Мулкаманова яуланы.

Конкурстың дипломанттары — Алик Кайранов, Яманаев Фәнил , Мортазина Сания, Динә Аҡназарова , Насип Һаҡмаров, Венера Баймурзина һәм Ильяс Аллаяров Моратовтар ғаиләһенең дәртләндереү призына лайыҡ булды. Бүләкләнеү мәле тамамланыу менән сара Хәтер кисәһенә әүерелеп, залда ултырыусылар үлемһеҙ йырҙар ҡалдырыусы шәхесте тик яҡтан яҡтан иҫкә алды.

 

 

Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Йырҙары үлемһеҙ
Автор:Гульдар Кадаева