АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Октябрь 2021, 21:45

Күргәҙмә саҡыра

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында Илдар Вәлеевтың күргәҙмәһе асылды. Уны асыу тантанаһында БДУ-ның Сибай институты һәм медицина колледжы студенттары ҡатнашты. Йәштәр күргәҙмәгә “Пушкин картаһын” ҡулланып инде.

Күргәҙмә саҡыра
Күргәҙмә саҡыра

Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, скульптор-медальер Илдар Мәзит улы Вәлеевтың шәхси күргәҙмәһе музейҙа беренсе тапҡыр ҡуйылды. Экспозицияға рәссамдең 1985–2016 йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре ингән. Унда живопись экспозицияһы ғына түгел – портреттар, пейзаждар, натюрморт, төрлө йүнәлештәге тематик картиналар урын алған. Реализмдан авангардҡа ҡәҙәр эштәр, миҙал сәнғәте лә ярайһы уҡ иғтибар бүленгән.
Уның бронза миҙалдары төрлө темаларға автор вариациялары булараҡ та алдыра.
Музей заман менән бергә атлай һәм быйыл Пушкин картаһы буйынса йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй башланы. 1 сентябрҙән мәҙәниәт усаҡтарына “Пушкин карта”һы менән килергә мөмкин – йәғни 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәр электрон карта алып, мәҙәни сараларҙы бушлай ҡарай ала.
Карта иҫәбенә билеттар өсөн дәүләт тарафынан 3 мең һум аҡса бүленә. Картаға “Госуслуги” порталында һәм “Госуслуги.Культура” мобиль ҡушымтаһында теркәлгән 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәр эйә була ала.

Музейға ингәндә коронавирусҡа ҡаршы эпидемиологик саралар теүәл үтәлә. 18 йәштән үткәндәр мәҙәниәт учреждениеһына ковид-19-ға ҡаршы првививка яһатыуы тураһында сертификат, алты ай эсендә ауырыуҙары хаҡында белешмә күрһәтеп кенә инә.

Күргәҙмә саҡыра
Күргәҙмә саҡыра
Автор:Гульдар Кадаева