АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Октябрь 2021, 14:10

Сибай филармонияһы хәҙер өр-яңы

Сибай концерт-театр берекмәһе 28-се ижад миҙгелен асты. Ижади коллективтың сираттағы миҙгеле "Йондоҙҙар атылғанда" тип атала. Йыһан һәм йондоҙҙар донъяһы борон-борондан барса халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырған. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ла Ҡояш юлы буйлап йондоҙҙар сәйәхәте ул. Башҡорт халҡында йондоҙҙарҙы белеү ерҙең картаһын белеү булып һаналған. Концертта халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеүҙәр һәм нәфис һүҙ йыһан киңлегендәге күк есемдәре серҙәренә төшөндөрҙө. Барлыҡ сығыштар берекмәнең халыҡ инструменттары оркестры оҙатыуында башҡарылды. Тере тауышлы концерттар киләсәктә лә дауам итәсәк.

Сибай филармонияһы хәҙер өр-яңы
Сибай филармонияһы хәҙер өр-яңы

Ерҙәге бөтөн мөғжизәләр йондоҙҙар атылғанда барыуын иҫбатлаған тантананың сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина, композиторы, музыкаль етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Сибай халыҡ бейеүҙәре лә алҡыштарға күмелде. Филармонияла яңы эш башлыусы йәштәргә ижади уңыштар теләнеләр. Хеҙмәттәрендә уңыштарға өлгәшеүсе ижади шәхестәр ҡала хакимиәтенең, республика етәкселегенең почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән наградланды.
9 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең өр-яңы бинаһы үҙ ишектәрен аса. Ниһәйәт, ижади коллектив үҙ мөйөшәнә ҡайтып, өр-яңы программалары, концерттары, сығыштары менән сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын йыл әйләнәһенә ҡыуандырмаҡсы.


**

Сибай филармонияһы хәҙер өр-яңы
Сибай филармонияһы хәҙер өр-яңы
Автор:Гульдар Кадаева