Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2021, 08:35

ТЕАТРҘЫҢ ЮБИЛЕЙЫНА САҠЫРАБЫҘ!

Бөгөн, 27 сентябрҙә, киске 18.00 сәғәттә яңы ижад миҙгеленә барыһын да саҡырабыҙ. Был тамашаға театрҙы яратҡан, мәҙәниәткә битараф булмаған һәр кемде көтәбеҙ. Юбилей сараһында сәхнәгә спектаклдәрҙән өҙөктәр сығарыла. Унда шиғырҙар, йырҙар яңғыраясаҡ, саҡырылған ҡунаҡтарҙың, дуҫтарҙың ҡотлау сәләмдәре лә кисәгә йәм өҫтәйәсәк. Сценарий авторы—Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, режиссер—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Улар был байрамды сағыу һәм онотолмаҫлыҡ итеүгә ҙур көс һалды.

ТЕАТРҘЫҢ ЮБИЛЕЙЫНА САҠЫРАБЫҘ!
ТЕАТРҘЫҢ ЮБИЛЕЙЫНА САҠЫРАБЫҘ!

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үткәне һәм традициялары менән бай.

Коллективтың ижади юлы республикала милли драматургияның тыуыу һәм үҫеү тарихын сағылдырып ҡына ҡалмай, ҡыйыу сәхнә әҫәрҙәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы, унда бер-бер артлы сағыу йондоҙҙар балҡыны. Арыҫлан Мөбәрәков, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Ғиниәт Ушанов һәм башҡа талантлы шәхестәр исеме театр менән тығыҙ бәйләнгән.

Сибай театрының 90 йыллығы тигәндә, беҙ бында сәхнәне, гримерканы үҙ өйө итеп ҡабул иткән Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова һәм башҡа актерҙарҙың үҙенсәлекле, сағыу яҙмыштарын күрәбеҙ. Тиҫтәләгән йылдар ижади эҙләнеү уларҙың илһам ҡанатын һындырмаған, киреһенсә яңы асыштарға ҡанатландырған, традицияларға тоғро ҡалырға, мәҙәниәтебеҙҙең рухи инештәренә хеҙмәт итергә, йәш быуынды тәрбиәләүгә яуаплылыҡ алып эшләүҙәрен дауам итергә әйҙәгән.

Ошо көндәрҙә театр үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 27 сентябрҙә кис-ке 18.00 сәғәттә яңы ижад миҙгеленә барыһын да саҡырабыҙ. Был тамашаға театрҙы яратҡан, мәҙәниәткә битараф булмаған һәр кемде көтәбеҙ. Юбилей сараһында сәхнәгә спектаклдәрҙән өҙөктәр сығарыла. Унда шиғырҙар, йырҙар яңғыраясаҡ, саҡырылған ҡунаҡтарҙың, дуҫтарҙың ҡотлау сәләмдәре лә кисәгә йәм өҫтәйәсәк. Сценарий авторы—Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, режиссер—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Улар был байрамды сағыу һәм онотолмаҫлыҡ итеүгә ҙур көс һалды.

Был көндө шулай уҡ 15.00 сәғәттә БАССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғәшиә Баязит ҡыҙы Абыҙгилдина йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асыла. Әйткәндәй, был күркәм йоланы дауам итеү ниәте бар. Беҙ мәҙәниәтебеҙ, ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе оноторға тейеш түгел.

Быйылғы театр миҙгеленең төп яңылығы—ул “Пушкин картаһы”. 14 йәштән 22 йәшкәсә һәр кем йыл аҙағынаса 3000 һумға мәҙәни сараға, шул иҫәптән беҙҙең театр спектаклдәренә билет алып ҡуя ала. Был уҡыусыларға, студенттарға драматургия классикаһын, спектаклдәр тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итеп, белем даирәләрен киңәйтергә ярҙам итә.

28 сентябрҙә сәхнәгә Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” спектакле (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) сыға. Ул күптән тамашасылар ҡарамағына сығарылғаны юҡ ине, шуға түҙемһеҙләнеп көтәләр уны. “Йәнкиҫәк” тормош мәғәнәһе хаҡында тәрән йөкмәткеле сәхнә әҫәре. Бәхет өсөн алтын тауҙар кәрәкмәй, бары бәләкәй генә мөғжизә етә. Ә мөғжизә—ул һөйөү, ул бала һәм был бәхет өсөн көрәшергә кәрәк.

29 сентябрҙә Наил Ғәйетбаевтың “Урал бөркөтө” (режиссер—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре С.Г.Әфләтунов) сәхнәгә сыға. Ул легендар комдив, башҡорт халҡының аҫыл улы Муса Мортазин хаҡында. Илдә революция барғанда, болғаныш мәлендә кеше ниҙәр кисергән? Йә “ҡыҙыл”дар, йә “аҡтар” яғында йөрөгән Мортазинды берсә хыянатсы тип атайҙар, берсә геройға тиңләйҙәр. Спектакль Муса Лут улының трагедияһын, уның ҡыҙы, Башҡорт академия театры режиссеры Шәүрә Мортазинаның еңел булмаған яҙмышын, атаһының вафатынан һуң халыҡҡа дөрөҫлөктө иҫбатларға тырышҡанын һүрәтләй.

30 сентябрҙә Ишмулла Дил-мөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһын (режиссер А.Ә.Нәҙерғолов) ҡарарға мөмкин буласаҡ. Башҡорт халҡының Рус дәүләтенә ҡушылыу тарихын, милләтебеҙҙең күп йыллыҡ йолаларын, тәрән һөйөү хистәрен сағылдырған сәхнә әҫәре ул. Затлы костюмдар, аһәңле моң, көрәш һәм һуғыш мәлдәре—барыһы ла спектаклдең эсенә үк үтеп инергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, “Тере тупраҡ” драмаһы Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы янындағы Татарстан халыҡтары дуҫлығы йорто һәм Ассамблеяһы ойошторған “Театр миҙгеле” фестиваленә саҡырылды.

1 октябрь—Ололар көнөндә сәхнәгә “Әүлиә” спектакле (режиссер—Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов) сыға. Лира Яҡшыбаеваның Мөжәүир хәҙрәткә арналған был әҫәре күптәрҙең һөйөүен яуланы. Күңелде дауалаусы, өмөт уятыусы был спектаклде тамашасылар көтөп ала һәм ул бишенсе театр миҙгелендә лә сәхнәнән төшмәйәсәк.

Мәктәп уҡыусылары өсөн лекторий әҙерләнек. Программала фәһемле мәғлүмәттәр бик күп: балалар һаулыҡҡа зыян килтерерҙәй алама ғәҙәттәр хаҡында беләсәк, сәләмәт йәшәү рәүешенең ни тиклем яҡшы икәнен аңлаясаҡ. Шулай уҡ спорт ярыштарында, белем даирәһен арттырырҙай викториналарҙа ҡатнаша ала.

Артистарҙың күп ваҡыты гастролдәрҙә үтә. Әлеге мәлдә “Парлы яңғыҙҙар” спектакле менән Баймаҡ һәм Миәкә ра-йондарына барыу планлаштырылған. Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосопова һәм артист Морат Амантаев ҡатнашлығындағы был сәхнә әҫәре кеше яҙмыштары, һөйөү һәм сараһыҙлыҡ хаҡында.

15 октябрҙә Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың юбилей концерты үтә. Театрлаштырылған һоҡланғыс сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, артистың дуҫтары, шулай уҡ театрҙың ижади составы ҡатнаша.

Тиҙҙән тамашасы хөкөмөнә яңы премьера тәҡдим ителә. Был әҫәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова яҙған. Ҡуйыусы режиссер Дамир Ғәлимовҡа “Шахтер” психологик драмаһын сәхнәгә сығарыу өсөн күп көс һалырға тура килә. Спектакль шахтерҙың ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында. Уйламай әйтелгән һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр бөтә донъяны емереп, бәхетте юҡҡа сығара. Ошо хаҡта ҡарағас, тамашасылар, моғайын, бәхет өсөн күп кәрәкмәгәнлеген аңлар.

Ғәҙәти булмаған сценография өҫ-төндә театрҙың яңы баш рәссамы, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстан Республикаһының “Тантана” театр сәнғәте өлкәһендә булдырылған Дәүләт премияһы лауреаты, СССР һәм РСФСР рәссамдары союзы ағзаһы, халыҡ-ара, Рәсәй һәм рес-публика күргәҙмәләрендә дан яулаусы В.Б.Яшкулов эшләй. Уның ижади багажында 200-ҙән ашыу спектакль. Рәсәй төбәктәрендә һәр төрлө жанр өҫтөндә эшләүсе оҫта рәссам уҙған ижади миҙгелдә Ф.Бүләковтың “Шайморатов-генерал” драма-реквиемын да сәхнәгә сығарырға ярҙам итте. Валерий Борисовичҡа беҙҙең театрҙа уңыштар теләйбеҙ!

—Коллектив берҙәм генә 91-се ижад миҙгеленә инә. Әлбиттә, пандемия театр тормошона үҙгәрештәр индерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙе берләштерҙе, һәр төрлө хәлдә лә эшкә етди ҡарарға өйрәтте. Театрға тоғро ҡалған тамашасыларға рәхмәтлемен! Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, артабан да төрлө жанрҙағы спектаклдәр сәхнәләштерербеҙ. “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына матди-ижади базаны нығытыуға, үҫтереүгә күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. “Бәләкәй ҡалалар театры” проектында ҡатнашыуҙы дауам итәбеҙ. 4-се кварталда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Талха Ғиниәтуллиндың пьесаһы буйынса “Тау артында ниҙәр бар?” спектаклен сәхнәгә сығарырға уйлайбыҙ. Театрҙың барлыҡ коллективын, тамашасыларҙы театр юбилейы менән ихлас ҡотлайым! Тамашаларыбыҙ йылдан-йыл сағыуыраҡ, матурыраҡ булһын, залда алҡыштар тынмаһын һәм иң мөһиме—барыбыҙ ҙа һау булайыҡ!—тип изге теләктәрен юллай А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры директоры И.Р.Әбдрәшитов.

Гөлсәсәк Теләүсина.

Автор:Резеда Валиева