АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2021, 19:00

“Йондоҙҙар бәләкәй ҡалаларҙан сыға”

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, "Урал аръяғы -- 2021" инвестицион һабантуй сиктәрендә сибайҙар бер юлы Ҡала көнөн дә билдәләне. "Урал аръяғы тауышы. Балалар" шоу-проектының икенсе миҙгеленә лә ошо көндө йомғаҡ яһалды.

“Йондоҙҙар бәләкәй ҡалаларҙан сыға”
“Йондоҙҙар бәләкәй ҡалаларҙан сыға”

Март айында уҡ старт алған “Урал аръяғы тауышы. Балалар”шоу-проектының финалына 11 ҡатнашыусы сыҡты. Ярыштың алдағы турҙарын уңышлы үткән талантлы, сағыу тауышлы ҡыҙҙар менән остаздары Руслан Тимербулатов, Сөмбөл Моратова, Алтынай Вәлитов, Аннет Подрядова шөғөлләнде.

Шоу-проект финалистары Полина Воронова, Ангелина Плеханова, Александра Свалова конкурста ҡатнашыу ҙур һабаҡ бирҙе, сәхнәлә үҙебеҙҙе тоторға өйрәтте, артабанғы үҫешкә баҫҡыс булды тип билдәләй.

Әммә был шоу, бында тәбиғи һәләттән тыш, СМС-тауыш биреүҙә әүҙемлек ныҡлы иҫәпкә алына. Тап уның һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе билдәләнә. Шулай итеп, Сибай музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Карина Татжетдинова иң күп СМС-тауыш йыйып еңеүгә өлгәште. 400-гә яҡын кеше уның алға сығыуын теләгән. Төп призды алдан вағәҙә ителгәнсә, 50 мең һум итеп түгел, 200 мең һумға тиклем арттырыуҙы проекттың бағыусыһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров үҙ өҫтөнә алды. Көслө тауышлы ҡыҙға сертификатты Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

--Еңеүемә шул тиклем шатмын! Атай-әсәйемә, апайыма рәхмәтлемен! Улар миңә ышанды. Шулай уҡ йыр буйынса уҡытыусым Динә Хәсәноваға, класс етәксемә, класташтарыма, минең өсөн тауыш биргән һәр кемгә рәхмәтем сикһеҙ. Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ныҡ яратам! 2019 йылда шоу-проекттың беренсе миҙгелендә лә ҡатнаштым. Унда бында бындай бәхет миңә эләкмәне. Был миҙгелдә еңеүемә һаман ышанып та етмәйем,--тине Карина тулҡынланып.

Сибайҙағы тамашаның төп ҡунағы Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерия Карина Татжетдинованың үҙәк майҙан сәхнәһенән яңғыратҡан әсәгә арналған йырын иҫе китеп тыңланы һәм сағыу тауышлы йондоҙҙар Сибай кеүек Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларҙан сығыуын белгертте.

“Йондоҙҙар бәләкәй ҡалаларҙан сыға”
“Йондоҙҙар бәләкәй ҡалаларҙан сыға”
Автор:Гульдар Кадаева