Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Июль 2021, 12:00

Күрмәй ҡалмағыҙ

Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында республикабыҙҙа күптән түгел тамамланған 6-сы Бөтә Донъя фольклориадаһы һөҙөмтәләре буйынса күргәҙмә эшләй башланы. Ул сентябрь айына ҡәҙәр дауам итә.

Күрмәй ҡалмағыҙ
Күрмәй ҡалмағыҙ

Фольклориадала ҡатнашыусы сит ил вәкилдәре ҡалдырған иҫтәлекле сувенирҙар, бергәләп төшкән фотографиялар, ҡалабыҙҙа үткән сара барышында ҡулланылған күрһәтмә һәм атамалар, сувенир продукцияһы, кейем-һалым – быларҙың барыһы ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Бында шулай уҡ сит ил ҡунаҡтарына күрһәтелгән башҡорт халҡының ете ырыуының ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре лә урын алған.

--Ҡәҙерле сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Һеҙҙе беҙҙең мәҙәниәт усағында булдырылған күргәҙмәне ҡарарға саҡырам. Ул 8 июлдә ҡалабыҙҙа үткән Бөтә Донъя фольклориадаһына арналған. Был хаҡта күп һөйләп тормайым, үҙ күҙҙәрегеҙ менән килеп күрегеҙ,-- ти Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Ләйлә Аллабирҙина.


Күргәҙмәнән тыш, музейҙа тағы ла ҡыҙыҡлы яңылыҡтар бар.

--Музейҙың фәнни бүлеге хеҙмәткәрҙәре фондта һаҡланған һәр экспозияция тураһында мәғлүмәт туплап, уларҙы башҡорт һәм инглиз телдәренә тәржемә итте, һәр береһенә QR код ҡуйып сыҡты. Хәҙер тарих һаҡланған урынға инеүселәр смартфон аша QR кодты сканерлап  теге йәки был ҡомартҡы хаҡында рус, башҡорт, инглиз телдәрендә мәғлүмәт ала ала,-- тип тә өҫтәне Ләйлә Аллабирҙина.

  Донъя халыҡтары телдәренә экспонаттар хаҡында белешмәләрҙе тәржемә итеү дауам итә. Ошонан сығып  Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы етәкселеге сит телдәр белеүселәрҙе хеҙмәттәшлеккә саҡыра.

Автор:Гульдар Кадаева