Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь 2021, 18:00

СИБАЙ СӘХНӘҺЕНЕҢ ЙӨҘӨК ҠАШЫ

Тамашасы күңеленә барып етерлек образ тыуҙыра алыуымдың сере—үҙемдең ҡатын-ҡыҙ булыуымда. Ниндәй генә образға тотонһам да шул образ кисерештәре менән йәшәй башлайым. Уны нисек тә тулыраҡ асып биреү маҡсатын ҡуям. Ҡайһы саҡта шундай мәлдәр була, уйнаған образға шул тиклем биреләһең, сәхнәнән һуң оҙаҡ ваҡыт айный, үҙ хәлемә ҡайта алмаған саҡтар була. Ғөмүмән, мин сәхнәлә уйнамайым, ә сәхнә менән йәшәйем.

Ҡайһы саҡта тынғылыҡ бирмәгән һөнәремә рәхмәт әйтеп ҡуям:
ҡайҙа ғына илтмәй ҙә ниндәй генә һоҡланғыс,
ғәжәйеп кешеләр менән осраштырмай! Ә инде ауылдаштарым хаҡында яҙырға
тура килһә, икеләтә шатлыҡ та, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та. Хәйер, әле яҙасаҡ геройымдың исеме күптәргә яҡшы таныш, ул уйнаған образдарҙың иҫәбе-һаны юҡтыр, ә уны яратҡан һәм хөрмәт иткән тамашасылары хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Күптәр тап уның уйнауын күрер өсөн генә театрға килә,
райондар буйлап йөрөгәндә ул уйнаясағын белеп, мәҙәниәт йорттарына ашыға. Аңлағанһығыҙҙыр инде, һүҙем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге
Сибай башҡорт дәүләт театрының йөҙөк ҡашы булған
Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова хаҡында.
Һәр кемгә тыуған ауылы матур һәм яҡын. Ә инде уның тәбиғәтенең хозурлығы янына тағы ла күренекле кешеләре лә өҫтәлһә, ул икеләтә ғәзиз. “Донъяның иң матур ерендә тыуғанмын. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: көнбайышҡа ҡараһаң, үркәс-үркәс һыртлы мәғрүр Ирәндек тауҙары, көнсығышҡа баҡһаң, йөнтәҫ ҡылған һыртын ҡабартып, айҡалып-сайҡалып, үлән араһынамы, төпһөҙ һауағамы йәшеренгән бихисап ҡош тауыштарына тетрәп-сыңрап ятҡан сал дала. Бында йәшәгән көндәремдең һәр береһе—бер хикәйәт, һәр йылы мең танһыҡ Шәхрезада әкиәте ...”—тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙенең “Мәңгелек һағыш” тигән хикәйәһендә. Тап ошо әҫәрҙә тасуирланған ауылда, йәмле Ирәндек бу-йында ултырған, бәрәкәтле Күсей ерендә донъяға килгән дә Зифа Ғаяз ҡыҙы.
Әсәһе Сәкинә Исламғолованың биргән дәрестәрен ауылдаштарым һағынып иҫкә алһа, атаһын иҫ киткес яҡшы ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ хәтерләйҙәр. Зифа Баязитоваға биш йәш тулғас, уларҙың ғаиләһе Төркмән ауылына күсенә. Партия ҡушыуы бу-йынса атаһы мәктәп мөдире тип тәғәйенләнә. Әммә һәр йәй көндәре, каникулдар етеү менән Зифа Ғаяз ҡыҙы үҙенең туғандары менән Күсейҙә йәшәгән Йәмилә өләсәһенә килә.
Нисәнсе йылдар булғандыр, аныҡ ҡына хәтерләмәйем, ауылдың иҫке клубында (хәҙер ул мәсет-авт.) Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың юбилей кисәһе бара. Йәйҙең иң эҫе мәле, эштең күп сағы булыуға ҡарамаҫтан, клуб шығырым тулы. Өфөнән дә бер төркөм яҙыусылар килгән. Кисә өйрәнелгән сценарий буйынса үтә: кемдер сығыш яһай, ҡотлауҙар, концерт номерҙары. Бер ваҡыт клубтың ишеге шар асылып китте лә, шундай балҡып, бик матур кейенгән нәзәкәтле бер ханым үҙ дәрәжәһен белеп кенә туп-тура сәхнәгә ҡарай атланы. Бер аҙ халыҡтың иғтибары уға төбәлде: “Әй, үҙебеҙҙең Зифа ла инде!”—тип үҙ-ара шыбырлауҙар китте, алып барыусы кисәне дауам итте. Бына сәхнәгә саҡырылмаған ҡунаҡ сығып баҫты ла Абдулхаҡ Игебаевтың “Сал сәслеләр” исемле шиғырын һөйләй башланы.
“Төркмәнгә килдек тә Күсейҙә, Абдулхаҡ Игебаевтың кисәһе булыуы хаҡында ишеткәс, бында юл алдыҡ. Нисек инде ауылдашымды күрмәй, уны ҡотламай китергә тейешмен”,—тигән һүҙҙәрен әле лә хәтерләйем. Ошо һүҙҙәр минең дә күңелемә ғүмерлеккә инеп “ояланы”, ауылдаштарымдың ҡайҙа ғына ижад кисәләре булмаһын, һәр саҡ барырға тырышам. Сәхнәгә сығып һүҙ әйтмәгәндә лә, ҡәләмемә элеп, уны гәзит биттәрендә яҡтыртам. Уйлап ҡараһаң, Зифа Баязитова ул ваҡытта бик йәш булған, әммә оло йөрәкле сал сәслеләр тураһындағы шиғырҙы шул тиклем көслө уҡыуы менән күптәрҙең күңелендә ҡалды. Хәйер, ауылдашының был шиғырын әле лә яратып башҡара. Тап ошо кисәлә мин үҙем өсөн йәнә бер ауылдашымды асып, уның Сибай сәхнәһендә эшләүен белдем. Һәм артабан уның ижадын һәр саҡ күҙәтеп, уйнаған спектаклдәрен ҡалдырманым, аҙаҡ үҙе менән ныҡлап танышып китергә, күп тапҡырҙар аралашырға тура килде.
Зифа Баязитованы тәүге тапҡыр күреүемә өс тиҫтәгә яҡын йыл үткәндер. Ул саҡтағы ауылдашым, хәҙер инде республикала киң танылған актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы кемдәргә генә әүерелмәне?! Тәүге роле Г.Исхаҡовтың “Бөркөт ҡанаты” драмаһында шәфҡәт туташы Сәриә, Н.Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”дәге Хәтирә, Ғ.Әхмәтшиндың “Туй күлдәгендә”ге Ләйлә, Н.Ғәйетбайҙың “Илама, һылыу!”ында—Зилиә, “Абау, кем ята унда?”һында Иркә кеүек лирик ҡыҙҙар образынан артабан драматик пландағы характерлы ролдәрҙе, донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, ҡатмарлы характерҙағы ҡатын-ҡыҙҙар—Кэтти (М.Садыҡова, “Был йөрәккә ни кәрәк?”), Зәмзәгөл (М.Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”ендә), Амаль (С.Ямалдың “Ҡара сәскәләре”ндә), Коронкина (А.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”ендә), Кәфиә (Б.Исҡужин, “Һуңғы аҡсарлаҡ”), Гөлйемеш (Р.Янбулатованың “Байрамбикә”һендә), Йыһан ҡарсыҡ (Х.Ибраһимов, “Башмағым”), Таңбикә (М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәрендә) һәм башҡаларҙы һынландырҙы. Уйлап ҡараһаң, Зифа Баязитованың һәр образы бер-береһенә оҡшамаған, үҙенсәлекле характерлы булыуы менән айырылып тора һәм тәүге роленән үк тамашасы күңелен яулай. Тәрән драматик хистәрҙе лә, трагик кисерештәрҙе лә, шаян характерҙағы образдарҙы ла берҙәй ышандырырлыҡ итеп башҡарыуы менән үҙ тамашасыһын тиҙ табыуға ирешә. Ә бит Сибай тамашасыһы был тәңгәлдә бик тә талапсан. Сөнки театр элек-электән үҙенең халыҡсан уйнауы менән айырылып тора. Шул уҡ ваҡытта артист өсөн партнерыңдың да сәхнәлә балҡып эшләүе мөһим, юғиһә берең янып, икенсең тоҡана алмай икән, уйнаған образыңдан ҡәнәғәтлек алыу мөмкин түгел. Был йәһәттән Зифа Баязитова икеләтә бәхетле актрисаларҙың береһе тиһәк тә хата булмаҫ. 1973 йылда, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, төркөмдәренән бер юлы дүрт кеше—хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Вәкил Йосопов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтов Сибай театрына эшкә ебәрелә. Шунлыҡтан уға барыһы менән бергә уйнарға, күп осраҡта партнер булырға тура килә. Ә инде йәш партнерҙар менән уйнағанда, киреһенсә, Зифа Баязитованың сәхнәлә оҫта уйнауы, тәжрибәһе, дәрте һәм темперамент ялҡыны уларға күсә. Залда ҡарап ултырғанда ғына һин сәхнәләге көсөргәнеште, ғазап аша йылмайыуҙар менән тыуған образдарҙы аңлап та, төшөнөп тә бөтмәйһең.
—Тамашасы күңеленә барып етерлек образ тыуҙыра алыуымдың сере—үҙемдең ҡатын-ҡыҙ булыуымда. Ниндәй генә образға тотонһам да шул образ кисерештәре менән йәшәй башлайым. Уны нисек тә тулыраҡ асып биреү маҡсатын ҡуям. Ҡайһы саҡта шундай мәлдәр була, уйнаған образға шул тиклем биреләһең, сәхнәнән һуң оҙаҡ ваҡыт айный, үҙ хәлемә ҡайта алмаған саҡтар була. Ғөмүмән, мин сәхнәлә уйнамайым, ә сәхнә менән йәшәйем. Тамашасы һине осратып, йәки спектаклдән һуң яныма килеп: “Минең яҙмышымды ҡайҙан белдегеҙ, хас та минең тормошомдан алып уйнанығыҙ”, “Рәхмәт, һеҙҙең образда үҙемде күргәндәй булдым” тип, беҙҙең тыуҙырған образдарыбыҙҙы үҙҙәре ҡабул итеп ала икән, минең уйнауым тамашасыны уйландырып, ниндәйҙер фекергә алып килә икән, тимәк, эшләгән эшемдең һөҙөмтәһе юҡҡа булмаған, тип әйтә алам,—ти Зифа Ғаяз ҡыҙы.
Шул уҡ ваҡытта ауылдашымды халыҡ артисткаһы дәрәжәһенә күтәргән образдарҙың яҙмышы режиссерҙарға ла бәйле. Был йәһәттән дә ул бик бәхетле һәм бергә эшләгән, ижад иткән бөтә режиссерҙарға ла оло рәхмәтле. Зифа Баязитова бер ҡасан да ролһеҙ ҡалмай тиерлек, уға әленән-әле йә ул, йә был образды һынландырырға тәҡдим итәләр. Хеҙмәт юлын башлап ебәргәндә үк иҫ киткес режиссерҙар менән эшләргә тура килә уға. Үҙ эшенең оҫталары булған Фәтхислам Ғәләүетдинов, Рафаэль Әйүпов, Лек Вәлиев кеүек билдәле режиссерҙар мәктәбен үтә, артабан Дамир Ғәлимов, Сәлихйән Әфләтуновтар уны яңыса балҡыта, ситтән килеп эшләгән режиссерҙар Азат Нәҙерғолов, Азат Йыһаншин, Олег Ханов та артисты һәр яҡлап үҫтерә. Иң мөһиме режиссерҙарҙың береһе лә Зифа Баязитоваға бер типтағы ғына ролдәр бирмәй, ә төрлө амплуалағы образдар тыуҙырырға булышлыҡ итә һәм актриса трагедия, драма, комедия булһынмы—барыһында ла рәхәтләнеп ижад итә.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй Зифа Ғаяз ҡыҙының йәнә бер сифаты хаҡында әйтмәһәк дөрөҫ булмаҫ. Ул оҙаҡ йылдар ҡала күләмендә, театрҙа үткән күп мәҙәни сараларҙың, ижад кисәләренең алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы ла. Сибай театрының тарихын, унда эшләп киткән артистарҙың исем-шәрифен генә түгел, уларҙың тормош юлын, ижадын яҡшы белә, иҫән булмағандарының хәтер һәм ҡәҙер кисәләрен, иҫкә алыу кеүек сараларҙы даими үткәрә.
Тыуған еренән, ғаиләһен, эшенән бәхетле ҡатынға тормош еңел бирелмәй, әммә ауырлыҡтар уны сыныҡтыра, көслө итә. Берҙән-бер улын юғалтыу ғазабын да кисерә ул, әммә һынмай. Ике ҡыҙы—игеҙәк-илгәҙәктәре Аида менән Әлиә лә әсәһенең юлын һайлай. Күрәһең, бәләкәйҙән сәхнә артында үҫкән ҡыҙыҡайҙар башҡа һөнәрҙе лә белмәгәндер, тип йылмая ул. Әлиә “Тамыр” телеканалында режиссер булып эшләһә, Аида Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр милли театрында сағыу образдар тыуҙыра, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә әсәһенең уң терәге, серҙәше һәм тәнҡитселәре лә. Бөгөн уның дүрт ейән-ейәнсәре, ике бүлә-бүләсәре бар. Бәхетле әсәй һәм өләсәй, үҙ эшенең оҫтаһы, Күсей ауылының сағыу йондоҙо—Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова бөгөн үҙенең күркәм юбилейын—70 йәшен билдәләй. Юбилейығыҙ менән, Зифа Ғаяз ҡыҙы!
Кәримә Усманова.