АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2021, 14:05

“Музей төнө” саҡыра

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Музейҙар төнө-2021” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Сара 15 майҙа 18.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем бара.

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Музейҙар төнө-2021” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Сара 15 майҙа 18.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем бара.
Сара бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы. Унда ҡаланың төрлө билдәле кешеләре ҡатнаша һәм оҫталыҡ дәресе лә бирә. Мәҫәлән, фитнес-инструктор Ләйлә Яуынбаева һәм музей хеҙмәткәрҙәре бейеү аэробикаһы менән акцияға ҡушылыусыларҙы сәләмләй. Унан һәр кем “Иҫтәлекле бүләк тапшыр” акцияһы сиктәрендә булдырылған күргәҙмә менән таныша аласаҡ. Ә “Спорт һөйөүсе Сибай” этабында спортсылар менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге бирелә. Унан инде “Исем ҡушыу йолаһы” күрһәтеләсәк. Башҡорт милли биҙәнеү әйберҙәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә бирелә.
Акция сиктәрендә нейрохирург Р.К.Вәлиев һәм йәш табиптар менән осрашыу ҙа ойошторола. Шулай уҡ А.Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллинды ла ошонда тап итергә мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, балалар өсөн төрлө конкурстар уҙғарыла, фильм күрһәтелә.
Ғөмүмән, “Музей төнө” бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Рәхим итегеҙ!