АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2021, 09:55

Дәртле өмөтбайҙарға хыял күктәре лә тар!

Өс тиҫтәнән ашыу кешене бер коллективҡа туплай алған клуб мөдире Әлфиә Сәғәҙәтоваға һоҡланып туйғыһыҙ: улай ҙа дәртле, өлгөр, шәп кеше булыр икән!? Ә бит уның төп һөнәре медицинаға бәйле. Ваҡытында, 90-сы йылдарҙа, Билал ауылы гөрләп торҙо: өр-яңы техникалы гаражы, контораһы, стационар дауаханаһы булған айырым “Күгиҙел” совхозы ине ул. Шул дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләне Әлфиә Рәжәп ҡыҙы...

Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ,
Тормоштар бара гөрләп...
Ниндәй эшкә тотонһаң да,
Янда яҡын дуҫтар бар.
Беҙҙең күңел донъяһына,
Хыял күктәре лә тар!..
--тип ҙур сәхнәгә саҡ һыйып торған үҙешмәкәр әртистәр алып барыусы солистарына берҙәм ҡушылып, концертты тамамлап ҡуйҙылар. Ә бит, ысынлап та, был йыр нәҡ үҙҙәренә тап килеп кенә тора! Эйе, гөрләп йәшәйҙәр, эшләй ҙә, ял да итә белә өмөтбайҙар!!!
Изге Рамаҙан айының бер көнөндә ваҡ ҡына ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, “ауыҙ асҡандан” һуң, “Хуш киләһең, яҙ!” тип аталған ҙур концерт менән беҙҙе ҡыуандырҙы күршеләр. Бай йөкмәткеле концерттың һәр номерын тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Сәхнәне дер һелкетте өмөтбайҙар! Район үҙешмәкәр смотрында лайыҡлы рәүештә 2-се урынды яулап ҡайтҡандар бит улар! Өс тиҫтәнән ашыу кешене бер коллективҡа туплай алған клуб мөдире Әлфиә Сәғәҙәтоваға һоҡланып туйғыһыҙ: улай ҙа дәртле, өлгөр, шәп кеше булыр икән!? Ә бит уның төп һөнәре медицинаға бәйле. Ваҡытында, 90-сы йылдарҙа, Билал ауылы гөрләп торҙо: өр-яңы техникалы гаражы, контораһы, стационар больницаһы булған айырым “Күгиҙел” совхозы ине ул. Шул дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләне Әлфиә Рәжәп ҡыҙы. Элегерәк өй беренсә телефон булмаған саҡта, йәйге оҙон кистәрҙә уның сменаһына тап килтереп, әсәйемә шылтыратып алыр өсөн, ошонда килә торғайным. “Кисә Магнитҡа, баҙарға барып, өлкән ҡыҙымды уҡыуға кейендереп ҡайттыҡ. Ҡыҙым көн дә шул матур блузка, юбкаһын, аҡ туфлиҙәрен кейеп көҙгө алдында урала. 1 сентябрҙе еткерә алмай ыҙалай”,--тип һөйләгәне яңы ғына ине. Ул өлкәне лә, икенсе ҡыҙы ла, күптән мәктәпте бөтөрөп, әсәләренең юлы буйынса, икеһе лә медицина университетынан һуң, кейәүгә сығып, хәҙер инде табип булып эшләп йөрөйҙәр. Заманалар үҙгәреп, ҡыҫҡартыуҙар башланғас, Әлфиә бер ҙә юғалып ҡалмай: бына 10 йыл Өмөтбай ауылының алыштырғыһыҙ клуб мөдире. Тормош иптәше Зөлфәр–уң ҡулы, Әлфиә ҡайҙа--ул шунда. Улай ғына ла түгел, Зөлфәрҙең бер туған ҡустыһы--Заһир, Заһирҙың кәләше--Гөлфиә, ә ГөлфиәӘлфиәнең бер туған һеңлеһе. Бер туған Сәғәҙәтовтар ике яҡтан да йыр-моңға иҫ киткес талантлы ғаилә: күңелдәргә үткәреп моңло итеп йырлайҙар ҙа, теттереп бейейҙәр ҙә, гармунда ла уйнайҙар. Уларҙың дуэттары һәр саҡ көслө алҡыштарға күмелә. Ике ғаилә лә күп балалы: өлкәндәре 4 бала тәрбиәләп үҫтерһә, кесе Сәғәҙәтовтарҙа 7 бала тәрбиәләнә. Бар яҡтан да өлгөлө булған был бер туған ғаиләләрҙә байрамдар ҙа, эш-өмәләр ҙә уртаҡ, балалары ла үҙ ара дуҫ һәм татыу.
Бер-бер артлы сағыу сығыштарҙы ҡараған һайын, башта: “Был тиклем ансамблдәр төҙөргә, ойошторорға, әллә күпме ауыл халҡын йәлеп итергә нисек өлгөрәләр?”--тигән уйҙар ярала. Араларында тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эште башҡарған хужабикәләр Солтанова Сәриә, Латыпова Вәлимә, Рәхмәтуллина Зәкирә, Аҡбулатова Гөлсинә, социаль хеҙмәткәр Резеда Хәлитова, хат ташыусы Альбина Исламова һәм башҡалар бар. Исеме есеменә тап килгән “Дәртле” коллектив бейеүҙәр ансамблендә ирле-ҡатынлы 2 пар Сәғәҙәтовтар, Дилә һәм Салауат Бүләковтар, Айгөл һәм Марсель Дауытовтар, Гөлнур һәм Ирәмән Сөләймәновтар, Зөлфиә менән Уран (үкенескә былтыр мәрхүм булып ҡалды) Латыповтар, Мөнир Хәлитов, Зөлфәр Юнысов (солист, профессиональ бейеүсе) бына нисә йыл инде алһыҙ-ялһыҙ шөғөлләнә. Был составҡа Хәнифә Вилданова менән Фәнилә Шәйҙуллина ла ҡушылған. Быйыл ошо ансамблдәге 4 ҡатын-ҡыҙ хаҡлы рәүештә “Буҙа” фольклор бейеүе менән Гран-при алһа, иң йәш бейеүсе Нәзилә Фәррәхова “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә “Киленсәк” бейеүе менән 2-се турға үтеп, еңеүгә өлгәшкән. “Боронғонан аманат”, “Туй сыбыртҡыһы”, “Йыртыш” кеүек башҡорт халҡының онотолоп барған тарихи бай йолаларын, көнкүрешен сағылдырған ят фольклор бейеүҙәре генә үҙе ни тора! Бөйөк ғәскәровсыларҙан бер ҙә ҡалышмайҙар! Был бейеүҙәрҙә бөтә коллектив ҡатнаша тиерлек, ысын туй барамы ни сәхнәлә!? Ул матур-матур милли кейемдәр, музыка ҡоралдары, сигеүле таҫтамалдар, аллы-гөллө яулыҡ-йыртыштарҙан алып башҡорт орнаментлы һандыҡҡа ҡәҙәр-барыһы ла бар, нисек һыялар ҙа, нисек һыйҙыралар, тиң?! Кейемдәр тигәндән: төрлө төҫтәге хор күлдәктәрен, сәхнә кейемдәрен һәр кем үҙ аҡсаһына тектереп алған. Ситектәр, музыкаль аппаратура, микрофон, колонка кеүек ҙур әйберҙәр клуб мөдиренең 2018 йылда яуланған шәхси грант аҡсаһына алынған. “Эшләгәс, бер нәмә лә йәл түгел!”--ти Әлфиә Рәжәп ҡыҙы.
Әссәләмәғәләйкүм!
Вәғәләйкүм әссәләм!
“Өмөтбай” төркөмөнән
Һеҙгә ҡайнар күп сәләм!..
--тигән сәләмләү һүҙҙәре менән башлаған был төркөмдә 12 ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙың иң олоһо--Ғәлиә апай Хәйрулла ҡыҙы, уға 66 йәш. Сәләмәт тормошто иш иткән, йыл әйләнәһенә скандинавса йөрөгән төркөм ағзаларының үҙҙәре ижад иткән таҡмаҡтары республика онлайн таҡмаҡтар бәйгеһендә бик күп лайктар йыйып, Гран-при яуланы. Шәп таҡмаҡсы-йырсы ғына түгел, оҫта бейеүселәр ҙә улар! Лирик бейеү, “Ҡурайсы”, “Өмөтбайҙар бейегәндә, Урал тауы һелкенә” тигән бейеүҙәрҙе улар үҙҙәре һалған. Афарин!
...Ҡарҙар ҡарала икән дә,
Сәстәр ағара икән.
Үтмәҫ тигән ғүмеркәйҙәр
Үтә, әҙәйә икән...
--тип һағыштарға ла һалып ҡуйҙы “Миләш” вокал төркөмөндә йырлаусылар. Тиҫтә ярымдан торған был төркөм дә репертуарҙарына тормошсан, уйға һалырлыҡ бик матур йырҙарҙы һайлаған. Ауылыбыҙ килене Таңһылыу Ғайсина, шулай уҡ Билал кейәүе Ғәйнулла Зәйнуллиндың, күп йылдар арымай-талмай Билал-Баймаҡ пассажирҙарын ташыған тәжрибәле водитель Марсель Дауытовтың, Альмира апай Ноғоманова, Гөлнур Сөләймәнова, Әлфиә Сәғәҙәтованың моңло соло, дуэт йырҙары ҡолаҡтарҙа оҙаҡ сыңлап торор...
Концерт тамам. Шул тиклем матур тамашанан халыҡ тиҙ генә таралышырға ла ашыҡманы. Күрше өмөтбайҙарҙың дәртлелегенә, берҙәмлегенә, дуҫлыҡтарына, оҫталыҡтарына хайран ҡалып, беҙ, тамашасылар, үҙебеҙгә йыл буйына етерлек рухи аҙыҡ алдыҡ, ошондай ҙур коллективтың нигеҙендә татыулыҡ, бер-береһенә тәрән хөрмәт тойғоһо, иғтибар ятҡанлығына төшөндөк. Әлбиттә, ҙур коллективты етәкләүсе, эшенә башкөлләй сумып, яратып башҡарыусы, әйҙәүсе, клуб мөдире Әлфиә Рәжәп ҡыҙы Сәғәҙәтованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ! Ошондай дәртле, ижади коллективы булған Өмөтбай ауылына кисекмәҫтән бөтә уңайлыҡтары булған ҙур клуб кәрәк. Тиҙҙән Халыҡ–ара бейеү көнө, шул уңайҙан Өмөтбай ауылы һәүәҫкәр әртистәренә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулауҙарын, бөтөн өмөттәренең аҡланыуын теләге килә.
Илүзә Әфләтунова,
Баймаҡ районы Билал ауылы.