АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Апрель 2021, 17:00

Сибай халҡы дәртле

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә ҡаланың хеҙмәт коллективтары араһында художестволы үҙешмәкәр смотр-конкурсының һайлап алыу туры үтте. VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сарала һәр кем һәләттәрен күрһәтергә ашыҡты. Был көндө төрлө һөнәр эйәләрен йыр-моңға һөйөү берләштерҙе. Сибай автотранспорт предприятиеһы водителе Рәүил Мөхәмәтғәлин йәштән йырларға ярата. Ул ҡасандыр ҡалала “Сентябрь” төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе лә була. Төп эше автобус йөрөтөү булһа ла Рәүил йырҙан айырылмай. Йыл һайын туған коллективының намыҫын яҡлап сәхнәгә сыға. Был юлғы смотр-конкурста ла ул күңеленә ятҡан йырҙы башҡарҙы.Смортр-конкурста 50-нән ашыу сығыш ҡаралды. Жюри ағзаларына улар араһынан оҫта йырсы, бейеүселәрҙе, ижади коллеквтарҙы һайлап алыу еңелдән булманы.

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә ҡаланың хеҙмәт коллективтары араһында художестволы үҙешмәкәр смотр-конкурсының һайлап алыу туры үтте. VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сарала һәр кем һәләттәрен күрһәтергә ашыҡты. Был көндө төрлө һөнәр эйәләрен йыр-моңға һөйөү берләштерҙе. Сибай автотранспорт предприятиеһы водителе Рәүил Мөхәмәтғәлин йәштән йырларға ярата. Ул ҡасандыр ҡалала “Сентябрь” төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе лә була. Төп эше автобус йөрөтөү булһа ла Рәүил йырҙан айырылмай. Йыл һайын туған коллективының намыҫын яҡлап сәхнәгә сыға. Был юлғы смотр-конкурста ла ул күңеленә ятҡан йырҙы башҡарҙы.
Смортр-конкурста 50-нән ашыу сығыш ҡаралды. Жюри ағзаларына улар араһынан оҫта йырсы, бейеүселәрҙе, ижади коллеквтарҙы һайлап алыу еңелдән булманы.
--Килешле милли костюмдар, төрлө жанрҙағы репертур, сағыу сығыштар Сибайҙа талантлы, ижади ҡарашлы кешеләр йәшәүен иҫбатланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы ныҡышмал хеҙмәте менән ҡалабыҙ ҡеүәтен арттырыуға көс индереп кенә ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, йырлап-бейеп күңел аса, башҡаларға ла кәйеф өҫтәй, --тине Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры Гөлиә Нәҙерғолова, сара һуңында тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Смотр-конкурсҡа 1 майҙа—Яҙ һәм хеҙмәт байрамы уңайынан ҡалабыҙҙың үҙәк майҙанында уҙасаҡ Гала-концертта йомғаҡ яһаласаҡ.