Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2021, 14:35

ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ КИЛӘ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасы зауығына тап килерлек спектаклдәре менән баш ҡалала ғына түгел, республика ауыл һәм ҡалаларында ла, республиканан ситтә лә йыш сығыш яһай.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасы зауығына тап килерлек спектаклдәре менән баш ҡалала ғына түгел, республика ауыл һәм ҡалаларында ла, республиканан ситтә лә йыш сығыш яһай.
14, 15, 16 апрелдә Сибайҙа, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә балалар һәм ололар өсөн спектаклдәрен күрһәтергә йыйына. 16 апрелдә бәләкәй тамашасылар өсөн яҡташыбыҙ, шағирә, драматург, журналист, композитор Зөһрә Фәйзуллина пьесаһы буйынса ҡуйылған “Р-һыҙ ҡалған Мырҙабай” әкиәте үтә лә ҡыҙыҡ булмаҡсы. Өҫтәлдәге мискәнән рәхәтләнеп ҡаймаҡ урлап ашап, сысҡандар баҫтырып, ихаталағы себештәрҙе ҡурҡытып, үсекләшеп йәшәп ятҡан Мырҙабай ҡушаматлы бесәйгә бәлә килә. Ниндәй, тиһегеҙме? Уныһы—сер. Был серҙе моңло итеп йырлаған шаян сысҡан балалары Сысҡанбикә, Йылтыргүҙ, дискотеканан ҡайтып кермәгән Көлтәғойроҡ әтәс һәм тағы ла был ауылда йәшәүсе күп йорт хайуандары асыр. Әкиәтте ҡарағас, тамашасы был һорауҙарға мотлаҡ яуап табасаҡ.
15 апрелдә Джанни Родари әҫәре буйынса “Чиполлино” әкиәте лә үҙ тамашасыларын көтә. Бында балалар кешеләр һымаҡ һөйләшә белгән емеш-еләктәр менән осрашыр. Ә киске ваҡытта театр актерҙары ғаилә менән кинәнеп ҡарар өсөн В.Красногоровтың ике бүлектән торған «Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт» комедияһын һәм әле генә премь-ераһы булып үткән “Ғашиҡтар көнө” (авторы—Наил Ғәйетбай) музыкаль комедияһына саҡыра. Ике комедияны ла геройҙарҙың мөхәббәт хаҡына ҡылған мажаралары бәйләй. Тамашаларҙа йәштәрҙең шаярыуҙары, йыр-бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. 14 апрель “Ғашиҡтар көнө”нә, 15 апрель “Хәтер юғалтҡыс мөхәббәт”кә рәхим итегеҙ!
Рәзилә Рысҡужина.