Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Апрель 2021, 15:30

Әлфирәнең балҡышлы мәлдәре

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйән районында Рәшиҙә һәм Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Өфө сәнғәт дәүләт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша. Шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында йәш белгес Сибай театрына эшкә ҡайта.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры артисы Әлфирә Ғәлләмова хозур тәбиғәтле Бөрйән районында Рәшиҙә һәм Хәләф Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Өфө сәнғәт дәүләт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған труппа яңы асылған Милли йәштәр театры өсөн махсуслаша. Шуға күрә ҡулдарына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе Өфөлә хеҙмәт юлын башлай. Улар араһында Әлфирә лә була, әммә 1992 йылда ғаилә сәбәптәре арҡаһында йәш белгес Сибай театрына эшкә ҡайта.
—Республика тамашасыларынаүҙ йөҙө, үҙ исеме булып танылған арҙаҡлы сәнғәт усағына эшкә килергә баҙнатсылыҡ итеүемә әле булһа аптырап та, ғорурланып та ҡуям,—тип башланы һүҙен Әлфирә ханым.—Мин бында эшкә килеүҙе оло мәртәбә тип һанайым, сөнки арҙаҡлы артистар менән бер коллективта эшләү, улар янында тәжрибә туплау-- бик һирәктәр өлөшөнә төшкән оло бәхет ул. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллиндарҙың хәстәре, ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн дә мин уларҙан кәңәш алып, тәжрибәләрен өйрәнеп ижад итәм.
—Әлфирә Хәләф ҡыҙы, бәләкәйҙән актриса булырға хыялландығыҙмы?
—Юҡ. Беләһегеҙме, барыһы ла осраҡлы килеп сыҡты. Сәнғәтте үҙһенмәгән тип уйламағыҙ, мин бала саҡтан сәхнәнән төшмәнем: бейеү менән шөғөлләндем, төрлө спектаклдәрҙә уйнаным. Әсәйем яғынан уҡытыусылар династияһы дауам ителһә, атайым оҙаҡ йылдар райкомда эшләне, ул ҡыҙының табип булыуын теләне. Шуға күрә мин артислыҡҡа уҡырға барам тиһәм, риза булмаҫтар ине. Хәҙер аныҡ ҡына әйтә алмайым, әммә, уйламағанда бер таныш ҡыҙыҡайға эйәреп, документтарымды сәнғәт институтына тапшырырға булдым. Имтихандарға бөтөнләй әҙер түгелмен, хатта этюдтың нимә икәнен белмәйем. Уҡырға теләүселәр хәтәр күп: 150 кешенән ни бары 15 студентты һайлап алырға тейештәр.
—Һәм бәхетлеләр исемлегендә Һеҙҙең дә фамилия бар?!
—Эйе. Тәүҙә ышанманым, ҡат-ҡат исемлекте уҡыным. Бергә килгән, дөрөҫөрәге, мине эйәртеп килгән танышым инә алманы. Иң ҡыйыны уның күҙенә ҡарауы булды.
—Сер булмаһа, имтихан тотҡанда ниндәй этюд күрһәттегеҙ?
—Аҡса янсығын юғалтҡан кеше образын һынландырырға ҡушҡайнылар. Үҙемсә тырышҡанмындыр, күрәһең.
—Студент йылдарына килгәндә...
—Бик һағындыра ул йылдар... Ғабдулла Ғиләжев беҙҙең өсөн икенсе атай ине. Шундай оло йөрәкле, хәстәрлекле, ярҙамсыл. Ә Тамара Хоҙайбирҙина, Ирина Филиппова, Александр Дыба, Олег Ханов кеүек арҙаҡлы шәхестәрҙән һабаҡ алыу үҙе ни тора! Уларҙың һәр береһе минең күңелемдә ижадҡа ҡарата оло һөйөү тәрбиәләне. Мең рәхмәтлемен уларға! Шулай уҡ бергә уҡыған төркөмдәштәрҙән дә бик уңдым, әле булһа аралашып, бер-беребеҙҙең ижадын күҙәтеп, үҙ баһабыҙҙы, фекеребеҙҙе әйтеп барабыҙ. Башҡортостандың халыҡ артис-тары Фирҙәт Ғәлиев, Иҙрис Кәлимуллин, Рәсимә Ғәйфуллина, Зифа Дәүләтбаева, Илсур Хәбиров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Хөсәйенова, актер Альберт Шәйхетдиновтар менән бергә уҡыуыма ихлас ғорурланам. Башҡортостандың халыҡ артисы Ғаяз Алтыншин менән бер класта белем алыуым да минең өсөн оло бәхет!
—Сибай сәхнәһенә аяҡ баҫҡас башҡарған тәүге ролегеҙ хәтерегеҙҙәме?
—Әлбиттә, бөгөнгөләй иҫемдә. Иң тәүге ролем талантлы режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштергән Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?” әҫәрендә йәш Фатима булды. Минең иң яратҡан ролдәремдең береһе, ул артабан ижад итер өсөн ҙур этәргес көс булды. Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай” драмаһында— Мария-Мәйсәрә образы ла хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды. Тамашасылар был әҫәрҙе ныҡ яратты, һәр саҡ тулы залдар, көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Әминә Яхинананың “Ҡайырылмаһын, ҡанаттар!” драмаһында—Нәзирә, Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт”өндә—Рәүзәлә, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар”ында Бибизада ҡарсыҡ, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” драмаһында—ете бала әсәһе Мәрйәм, Михаил Задорновтың “Иреңде миңә һат!” моңһоу комедияһында Венера Шакировна һәм башҡа тиҫтәләрсә образды бар күңелемде һалып сәхнәгә сығарҙым. Уларҙың барыһы ла яңы тыуған сабый кеүек донъяға килде, йөрәгем аша үтте. Сәхнәлә булмышым асыла, унда ғына хистойғоларыма ирек бирәм, йәшәйем һәм ҡанатланам.
—Хыялланып та, әле уйналмаған образдар ҙа юҡ түгелдер бит...
—Әлбиттә. Актер үҙе теләп роль һайлай алмай. Бигерәк тә классик әҫәрҙәрҙә уйнарға теләр инем. Һәм, әлбиттә, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Тәңкәбикә ролен уйнау һәр актрисаның иң ҙур хыялылыр ул.
—Сәхнә тормошо ни тиклем сихри һәм илаһи тойолмаһын, уның үҙ ҡанундары етерлек. Күптәр ауырлыҡтарҙы еңә алмай, ҡаршылыҡтар алдында бөгөлөп, һынып, сәхнә тормошонан төшөп ҡала. Ысынлап та, ғүмер буйы балҡып ижад итер өсөн артист ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
—Сәхнә кешеһенә сабыр һәм түҙемле, талантлы булыу кәрәк. Шулай уҡ спортсыларға хас булған һыҙаттарҙан йөрәктәге сәм һәм ижади ҡомар ҙа мотлаҡ тип иҫәпләйем. Талантлы артист булыу ғына аҙ, кеше менән уртаҡ тел табып эшләй белеү, ауырлыҡтарҙы үткәрә алыу, аҙаҡ татлы һәм балҡышлы бәхеткә килтерә. Тик шуныһы билдәле: һин театр донъяһына килгәнһең икән, ғүмерлеккә ошонда ҡалаһың, сөнки уға хыянат итеү мөмкин түгел. Шуныһы үкенесле: Сибай театры былтыр бик оло юғалтыу кисерҙе, бынамын тигән ике артисын—Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев менән Арсен Шәйхисламовты юғалтты. Уларҙың икеһе лә минең сәхнәлә уйнаған партнерҙарым ине, шуға күрә улар уйнаған бер нисә спектакль әле сәхнәгә сыға алмай туҡтап ҡалды. Шул тиклем үкенесле һәм ҡыйын. Бынамын тигән егеттәр, аҫыл ир-азаматтар, ышаныслы партнерҙарым, сәхнәләш дуҫтарым китте. Әле булһа ышана алмайым уларҙың юҡлығына...
—Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әлфирә Ғәлләмова тиҙҙән күркәм юбилейын ҡаршыларға йыйына. Гүзәл заттың йәшәү көсө, рух ныҡлығы ниҙә тип уйлайһығыҙ?
—Үҙен-үҙе тоҡандырып, балҡытып йәшәй алыуындалыр. Ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһа ла, ул үҙендә ниндәйҙер ҡөҙрәт, яңынан йәшәп китерлек көс таба. Һәр хәлдә, мин шундай (көлә). Минең өсөн һәр саҡ әсәйем өлгө булды. Атайым бик иртә вафат булғас, бер үҙе өс балаһын үҫтерҙе, һәр беребеҙгә юғары белем биреп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте. Ҡыҙымды яңғыҙым үҫтерергә тура килде. Гастролдәр ваҡытында йәнә әсәйем ейәнсәрен ҡарарға килеп етер ине. Әсәйем һәм бөтә гүзәл зат алдында башымды эйәм, уларҙың барыһы ла рухи яҡтан ныҡ,көслө һәм матур ҡатын-ҡыҙҙар.
—Һеҙ һуңғы ваҡытта Азат Нәҙерғолов сәхнәләштергән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһында—Ҡуйһылыу, Ярослава Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым”да—Изабелла Тулякова, Шәүрә Шәкүрованың “Зәңгәр томандар артында”—Алла Аркадьевна образдарын сәхнәгә сығарып, үҙегеҙҙе киң амплуалы артистка булараҡ яңынан астығыҙ.
—Алдан әйтеп үтеүемсә, ысынлап та артисты режиссер үҫтерә һәм ҡанат ҡуя. Миңә һуңғы ваҡытта ситтән саҡырылған режиссерҙар менән эшләү бәхете тейҙе. Һәм үҙемде сәхнәлә бар тулылығымда аса алғанмын икән, тимәк, уларҙың эш һөҙөмтәһе һәм минең тырышлыҡ та инде.
—Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күркәм юбилейығыҙ ҡотло булһын, байрамығыҙ менән! Яратҡан Сибай театры коллективын Халыҡ-ара театр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Кәримә Усманова.