Мәҙәниәт
15 Марта 2021, 06:00

Моңдарыбыҙ ашһын йыһанға

17 март Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында учалылар сығыш яһай. Йыр-моң байрамында ҡатнашалар: моңло һандуғастарыбыҙ—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ынйы Әхмәтова, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары Илдар Жамалов, Ренат Ишкилдин, Марсель Нәжметдинов, “Уралтау” бейеү ансамбле, виртуоз музыканттарыбыҙ—Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстары лауреаттары Ольга Стрига, Иҙел Һағынбаев, Татьяна Никонова. Рухи көс, күңелле ял сәғәттәре бүләк итер тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Концертҡа рәхим итегеҙ!

Учалы филармонияһы артистары 20 йыллыҡ ижади юбилейы айҡанлы республика һәм Силәбе өлкәһе буйлап “Моңдарыбыҙ ашһын йыһанға” тип исемләнгән ҙур концерт программаһы менән гастролгә сыға. Башҡортостанда берҙән-бер муниципаль һәм иң йәш филармонияларҙан һаналған мәҙәни усаҡ тамашасыларын үҙҙәренең сағыу тамашалары менән һөйөндөрөп ҡалманы, бик күп халыҡ-ара фестивалдәрендә ҡатнашып, Гран-при, лауреат исемдәрен яулап, бөйөк, бай тарихлы башҡорт мәҙәниәте менән таныштырып ҡайтты.
Франция, Италия, Испания, Греция, Швеция, Германия, Израиль, Сүриә, Ҡаҙағстан һәм Абхазияла йәшәгән дуҫтарыбыҙ беҙҙе һәр саҡ алҡышлап ҡаршы алды һәм һәр сығышыбыҙҙы аяҡ өҫтө баҫып оҙатып ҡалды. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә тыуған илебеҙ—гүзәл Ватаныбыҙға булған оло һөйөү хистәре беҙҙе ҡанатландырҙы, рухи көсөбөҙҙө нығытты, илһамланып эшләргә көс-дәрт өҫтәне.
Яҙҙың морон төртөп, тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан арынған, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ тилерткән, ҡоштарҙың сут-сут ҡыуаныслы сырҡылдауҙарына ҡушылып гөрләүектәрҙең йырлап аҡҡан мәлендә дәртле тамашаларға һеҙҙе саҡырып, көтөп ҡалабыҙ.
Һеҙҙе йөрәк түрҙәренән урғылып сыҡҡан, тыуған илгә оло һөйөү менән һуғарылған, хисле, халҡыбыҙҙың үлмәҫ йыр-моңдары, саҡматаштай сағылыр дәртле бейеүҙәр, йөрәк ҡылын сиртер сихри көй-моңдар көтә. Программа ла шулай уҡ сит ил моңдары ла урын алған. Ә ниндәй сит ил моңдары икәнен 17 март Сибай ҡалаһында үтәсәк концертта беләсәкһегеҙ! Тамаша Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры бинаһында 19.00 сәғәттә башлана. Йыр-моң байрамында ҡатнашалар: моңло һандуғастарыбыҙ—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ынйы Әхмәтова, республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаттары Илдар Жамалов, Ренат Ишкилдин, Марсель Нәжметдинов, “Уралтау” бейеү ансамбле, виртуоз музыканттарыбыҙ—Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстары лауреаттары Ольга Стрига, Иҙел Һағынбаев, Татьяна Никонова. Рухи көс, күңелле ял сәғәттәре бүләк итер тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Концертҡа рәхим итегеҙ!
Раушания Мәхмүтова,
Учалы филармонияһының художество етәксеһе.
Читайте нас