Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2021, 13:35

Ниһайәт, "Өс таған"ды күрәбеҙ!

Кисә Мәскәүҙең Кино йортонда Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмының премьераһы үтте. Ә беҙ уны ҡасан күрербеҙ?

Кисә Мәскәүҙең Кино йортонда Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмының премьераһы үтте.
«Беҙ Айнур Асҡаров менән күптән аралашабыҙ. Уны ҡыҫҡа метражлы «Еңмеш» фильмынан алып беләбеҙ. Ошо эше утыҙҙан ашыу фестивалдә юғары баһа алғайны. «Өс таған» фильмы ла прокатҡа тиклем үк беҙҙең «Будем жить» фестивалендә ҡатнашып икенсе урынға лайыҡ булды. «Еңмеш», «Өфөнән һөйөү менән» таҫмаларын ҡарағандан һуң беҙ Айнурҙы «Башҡорт Кустурицаһы» тип атаған инек. «Өс таған»ға ла актерҙар составын бик уңышлы һайлаған, фильм юғары кимәлдә төшөрөлгән, уға уңышлы прокат теләйем», — Рәсәй кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге директоры Дмитрий Якунин.
Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса төшөрөлгән “Отряд Таганок” фильмының бюджеты 10 млн һумды тәшкил иткән. Кинокартинаны төшөрөүгә республика аҡса бүлгән. Фильм 4 марттан тамашасы хөкөмөнә сыға.
Киноны Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы менән яҡташыбыҙ Айнур Асҡаровтың “Асҡарфильм” киностудиялары берлектә әҙерләгән. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, “Мостай Кәрим исемендәге фонд”, “Юнистрой” йәмғиәте партнерҙар булып тора.
“Өс таған” 2020 йылдың йәйендә үк прокатҡа сығырға тейеш ине. Әммә пандемия сәбәпле ул кисектерелеп килде. Фильмды 113 төбәктә, шул иҫәптән Татарстан һәм Силәбе өлкәләрендә күрһәтәсәктәр. Кинотеатрҙар булмаған ауылдарҙа киномобил ярҙамға киләсәк.
Сибай ҡалаһында 11 марттан был киноны күрергә мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, ролдәрҙе беҙҙең яҡташтар ҙа башҡара. Мәҫәлән, Илдар Бикҡоловтың сығышы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Руслан Ҡадаева—Сибай егете.

Читайте нас: