Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2021, 14:12

Мәктәптә фольклор байрамы

Сибай ҡалаһы 5-се китапхана филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцоин мәктәптә күркәм сара - Фольклор байрамы ойошторҙо.

Сибай ҡалаһы 5-се китапхана филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцоин мәктәптә күркәм сара - фольклор байрамы ойошторҙо. Байрамда балалар башҡорт халҡының бай мәҙәниәте– эпос, көләмәстәр, йомаҡтар, әкиәттәр, әйтемдәр һәм мәҡәлдәр, халыҡтың боронғо һәм хәҙерге заман йәшәйешен өйрәнде. Сараның маҡсаты - милли уйындар, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланып килгән хазинаһы икәнен төшөндөрөү, телмәр мәҙәниәтен байытыу. Байрамда балалар үҙҙәре белгән йомаҡтарҙы, әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе әйтте, әкиәттәр һөйләп ишеттерҙе.
Фольклор байрамы уҡыусыларға башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының байлығын һәм төрлөлөгөн төшөндөрҙө.