Минең яҙғанды уҡығас,
«Әкиәт», — тимә, ҡоҙа...
Юғарыла яҙылған юлдар ҡайһы әҫәрҙән, дуҫтар? Эйе, Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы нәҡ шулай башлана. Ә һеҙ ошо әҫәр буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр... ҺӨЙӨНСӨ! Тиҙҙән ул Сибай сәхнәһенә сыға, йәғни М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры беҙҙең төбәккә гостролдәр менән килә.
24 февраль көндөҙгө сәғәттәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында балалар өсөн Корней Чуковский әҫәре буйынса “Айболит һәм Бармалей” мюзиклы ҡуйыла (Әйткәндәй, был мюзикл 26 февраль көнө Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә лә ҡуйыла).
25 февраль тәҡдим ителәсәк “Чиполлино” (Джанни Родари әҫәре) әкиәте лә кескәй тамашасылар өсөн бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.
24 февраль киске 19.00 сәғәттә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә С.Айытматов драмаһы буйынса сәхнәләштерелгән “Аҡ яулыҡлы тирәккәйем”спектаклен күрһәтәсәктәр, ә 25 февраль “Үлмәҫбай”ҙы күрергә мөмкин.
Һүҙҙе “Үлмәҫбай”ҙан башлауыбыҙ юҡҡа түгел! Дуҫтар, “Атайсал” гәзитенең төркөмөндә дуҫтарҙа тороусылар өсөн спектаклгә билет уйнатабыҙ. Бының шарттары бик ябай:
“Атайсал” гәзите төркөмөнөң дуҫы булырға! Ошо яҙмаға репост эшләргә (дуҫтарға һөйләргә). 25 февралгә тиклем был пост һеҙҙең битләүҙә иң өҫтә торорға тейеш. Беҙгә ҡарау өсөн битләүегеҙ асыҡ булырға тейеш. Ошо 4 шартты үтәүселәрҙең береһен махсус программа ярҙамында һайлап алабыҙ һәм спектаклгә саҡырыу ҡағыҙы бүләк итәбеҙ!