АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2021, 17:18

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

16 февралдә Сибай ҡалаһына яҡташыбыҙ билдәле художник Валерий Иванов килә.

16 февралдә Сибай ҡалаһына яҡташыбыҙ билдәле художник Валерий Иванов килә. Ул балалар сәнғәт мәктәбендә 15.00 сәғәттә һүрәт төшөрөргә яратыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Дәрестә ҡатнашырға теләүселәр Сибай ҡалаһы балалар сәнғәт мәктәбенә шылтыратып яҙыла ала.
Валерий Иванов Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. Санкт-Петербургтағы В.И. Мухина исемендәге Юғары сәнғәт училещеһын тамалаған. Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы.
Ул ижадында төрлө техника менән эшләй. Шулай ҙа яратҡан жанры «этно-инфанс» .«Царапки» тип аталған авторлыҡ техникаһы насар күргән кешеләргә рәсемдәрен танып белергә ярҙам итә.