АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2021, 00:00

ЙӨРӘККӘЙЕ ТУЛЫ ЙЫР БУЛҒАС...

Ул йырға ғашиҡ... Йыр-моңға булған һөйөүенән ҡасып көтөүсе лә булып ҡараны, тракторға ла ултырҙы, шахтаға ла төштө. Әммә уға ҡағылған “йыр ене” лә, күңелен ҡанатландырған “илһам ҡошо” ла унан бер генә аҙым да ситкә китмәне. Һөҙөмтәлә, кем генә булһаң да йыр-моңдан айырылып булмай икән, тигән һығымта эшләнде... Бына шундай сценарийға ҡоролған ине “Йөрәк тулы йыр булғас” концерты. Был шәп тамашаның төп геройы – республика йыр бәйгеләре лауреаты, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Ғаяз Ғәйетбаев булды.Эйе, бөгөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә нәҡ уның концерты үтте. Ғаяз йырланы ла, бейене лә, уйнаны ла, хатта иланы ла... Буранбайҙа тыу ҙа йырлама, имеш...Таланттар төбәгендә буй еткер ҙә уйнама, имеш... Атаң мәрхүмде, ул ҡалдырған моңдарҙы иҫләп йырла ла илама, имеш...Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ моңға эйә Ғаяздың яуланаһы үрҙәре алдалыр әле! Халыҡ ярата, тыңлай, алҡыштарға күмә, сәскәләр бүләк итә, ҡушылып йырлай, моңлана, дәртле көйөндә тыпырлап та ебәрә... Шундай шәп тамашасыларың булғанда, Ғаяз, һиңә үҫергә лә үҫергә әле! Уңыштар! Маҡтаулы исем алырға яҙһын!

Ул йырға ғашиҡ... Йыр-моңға булған һөйөүенән ҡасып көтөүсе лә булып ҡараны, тракторға ла ултырҙы, шахтаға ла төштө. Әммә уға ҡағылған “йыр ене” лә, күңелен ҡанатландырған “илһам ҡошо” ла унан бер генә аҙым да ситкә китмәне. Һөҙөмтәлә, кем генә булһаң да йыр-моңдан айырылып булмай икән, тигән һығымта эшләнде... Бына шундай сценарийға ҡоролған ине “Йөрәк тулы йыр булғас” концерты. Был шәп тамашаның төп геройы – республика йыр бәйгеләре лауреаты, Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Ғаяз Ғәйетбаев булды.
Эйе, бөгөн А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры сәхнәһендә нәҡ уның концерты үтте. Ғаяз йырланы ла, бейене лә, уйнаны ла, хатта иланы ла... Буранбайҙа тыу ҙа йырлама, имеш...Таланттар төбәгендә буй еткер ҙә уйнама, имеш... Атаң мәрхүмде, ул ҡалдырған моңдарҙы иҫләп йырла ла илама, имеш...
Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ моңға эйә Ғаяздың яуланаһы үрҙәре алдалыр әле! Халыҡ ярата, тыңлай, алҡыштарға күмә, сәскәләр бүләк итә, ҡушылып йырлай, моңлана, дәртле көйөндә тыпырлап та ебәрә... Шундай шәп тамашасыларың булғанда, Ғаяз, һиңә үҫергә лә үҫергә әле! Уңыштар! Маҡтаулы исем алырға яҙһын!
Ғаяз Ғәйетбаев менән әңгәмәне гәзитебеҙҙең 5-се һанында уҡығыҙ.